Башҡортостанда дарыуҙар, тәмәке һәм кейем-һалым ҡиммәтләнгән

Статистика  белгестәре иҫәпләүенсә, быйыл медикаменттар,  биҙәүестәр,  тәмәке  һәм  йыуыу-таҙартыу  шыйыҡсаларына  хаҡ 2-3 процентҡа артҡан,  ҡайһы  бер төр электр  тауарҙар  37 процентҡа  тиклем,  кейем-һалым,  аяҡ кейемдәре  -  27 процентҡаса  юғары  хаҡ  менән һатыла.  Шәхси  гигиена  кәрәк-яраҡтары  5 процентҡа   ҡиммәтләнгән. Аҙыҡ-түлеккә  лә  хаҡтар  үҙгәрә.  Һуған, кишер, һарымһаҡ,  кәбеҫтә  һәм  томат- 4,3 проценттан  алып  18 процентҡаса  ҡиммәтләнгән. Виноград  — уҙған  ай  эсендә  11,4 процентҡа,  һөт    4,7,  ҡаймаҡ-ҡатыҡ  — 1,8,  йомортҡа,  борос,  маргарин,  сыр  2-4,5  процентҡа  ҡыйбатыраҡ  һатыла  башлаған. Шул  уҡ  ваҡытта — алма,  әфлисун һәм  банан — 1-3,6,  шәкәр ҡомо — 12,1 процентҡа арзанайған. Башҡортостанда йыл башынан инфляция 10,4 процент тип  билдәләнгән.



Последние новости

Яндекс.Метрика