Рәсәй Радиотапшырыуҙар дәүләт компанияһы тыуған көнөн билдәләне

Яңы станция  сигналдары беренсе тапҡыр 25 йыл элек, 1990-сы йылдың 10-сы декабрендә яңғыраны. Рәсәй радиоһы сигнал селтәре киңлеге буйынса илдә иң ҡеүәтлеһе . Ул 1100 тапшырғыстан эфирға сыға. Сымдарҙағы беренсе нөктәнән тыш Рәсәй радиоһы бөгөн оҙон, урта һәм ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа яңғырай, шулай уҡ Интернеттағы  radiorus сайтынан һөйләй. Илдә дөйөм форматтағы берҙән-бер федераль радио станцияһы 174 үҙенсәлекле тапшырыу әҙерләй. Эфир тулҡындарына көндәлек хәбәрҙәрҙән башҡа сәйәси, әҙәби, мәҙәни, музыкаль йүнәлештәге төрлө программалар  тапшырыла. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияның радио хеҙмәте етәксеһе Элла Курильская фекеренсә, бөгөн Рәсәй радиоһы тапшырыуҙарын күпселек осраҡта оло кешеләр яратып тыңлаһа, киләсәктә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу маҡсаты ла бойомға ашырыла. FM-йышлығын үҙләштереү өсөн Өфөлә тапшырғыстарҙың техник юлы әҙер, ҡорамалдар урынлаштырылған. Был иһә яратҡан радионың сымдар аша сигналы юҡҡа сыға, тигәнде аңлатмай. Радионы электән яратып тыңлаусыларға яңылары ҡушыласағын ғына дәлилләй. FM-йышлығы Рәсәй радиһын юлда, баҡсала, телефон аша тыңлау мөмкинлеген бирә.Наилә Ғәләүетдинова Рәсәй радиоһы тулҡындарында Башҡортостан тапшырыуҙарын беренсе көндән алып бара. Радиола эшләй башлауына илле йыл тулыуға ҡарамаҫтан, эфир алдынан ул әле лә тулҡынланыу кисерә. Һәм хәҙерге йәштәрҙең радиоға элекккеләр кеүек үк оло ҡыҙыҡһыныу менән килеүенә һөйөнә.Рәсәй радиоһының киләсәген иһә танылған алып барыусы тиҙлек төшөнсәһе менән тасуирлай. Заман радиоһы йәмғиәт һәм заман тыңлаусыһы талаптарына яуап бирергә тейеш. 



Последние новости

Яндекс.Метрика