Ботаника баҡсаһында бер быуаттан артыҡ йәшәгән гөл үҫә

Йәшәү дәүерендә ул 4 тапҡыр ғына сәскә атҡан. Бишенсегә атырмы тип ғалимдар ҙа баш вата. Цикос гөлөнә быйыл 115 йәш. Уны Сухуми ботаника баҡсаһынан 1932 йылда Өфөгә күсерәләр. Ботаника баҡсаһына ҡайтарылған тәүге гөлдәрҙең береһе ул. Баҡсаға килеүселәрҙе лә иң беренсе уның менән таныштыралар. Буйы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан шәжәрәнең башында торған гөл тиҙәр уны. 40 йыл ғүмерен ошонда ғилми эшкә бағышлаған Зөһрә Сөләймәнованы ла үҫемлек менән һоҡланыуын йәшермәй. Ике реконструкция кисереп, ботаника баҡсаһы хәҙер 26 гектар майҙанды биләй. Һуғыш йылдарында бында баҡса культуралары- ҡыяр, помидорҙар үҫтереп яу яланына оҙатҡандар.Хәҙер иһә, оранжереяға һиллеккә сумырға, хуш еҫле сәскәләр еҫенә кинәнергә, ҡоштар йырын тыңларға балалар, өлкәндәр, ауырлы ҡатындар йыш килә.Бында донъяның 5 ҡитғаһынан /континентынан/ йыйылған тропик һәм субтропик  үҫемлектәрҙең 1300 төрө бар. Ҡышҡы осорҙа үҫемлектәр башлыса йоҡлай,ял итә. Сәскә атҡандарының да төҫтәре бик сағыу түгел. Мәҫәлән, Питтоспорум яңы ғына сәскәгә бөрөләнгән, бер аҙнана ул ап-аҡ сәскәгә күмеләсәк. Йөкмәткеһе һәм ғилми эштәре, коллекция фонды  буйынса Рәсәйҙә иң көслө биш баҡса исемлегендәге баҡсаны, башҡорт ерен Африка спарминиһы ла, йондоҙ сәскәле пентас ҡыуаҡлығы ла үҙ иткән. Йылына 9 ай сәскәһе менән ҡыуандырған миләүшәләрҙең дә 275 сорты үҫә. Хужабикәләр был гәлдәрҙе ғаиләгә именлек, мөхәббәт килтереүсе сәкә тиһә, Әлфиә Шиһапова өсөн улар ғилми эш нигеҙе. Гөл-сәскәләрҙең төҫтәре төрлө булһа ла, мәғәнәһе бер-гүзәллек өләшеү, күңелдәрҙе дауалау.Берәүҙәре төҫө менән, берәүҙәре хуш еҫе менән.



Последние новости

Яндекс.Метрика