Тамара Танһыҡҡужина Өфөлә бер үк ваҡыттағы уйын сеансы үткәрҙе

Шашка буйынса биш тапҡыр Донъя чемпионына ҡаршы 50 йәштән өлкәндәр сыҡты. Барлығы 28 кеше ярышты. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Фәрит Ҡыуатов ғүмер буйы шашка уйнаһа ла, быға тиклем ярыштарҙа ҡатнашмаған. Тамара Танһыҡҡужина менән көс һынашыу үҙе бер мәртәбә, ти ул. 80 йәшен тултырып килеүсе Фәрит Ҡотой улы бөгөн күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас буш ваҡыт күбәйә, аралашыу мөмкинлектәре, киреһенсә аҙыраҡ ҡала. Тап ошондай күңел асыу саралары өлкән йәштәгеләрҙе дәртләндерә лә инде. Шашка боронғо уйын булыуына ҡарамаҫтан, уның менән мауығыусылар һаны йылдан-йыл арта. Уйлау менән фекерләү ҡеүәһен үҫтергән был уйын оло йәштәгеләрҙең күңеленә лә хуш килә. Өлкәндәрҙең кинәнеп шашкаға бирелеүе күңелгә йыуаныс, уйындан иҫ киткес ыңғай энергия алдым, тип тәьҫораттарын уртаҡлашты  биш тапҡыр донъя чемпионы. Тәжрибәле шашкасы был уйын төрөнөң оло йәштәгеләрҙең һаулығы өсөн файҙалы булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шашка уйнағанда мейе эшмәкәрлеге нығына, һөҙөмтәлә кеше оҙағыраҡ йәшәй. Киләсәктә лә бындай уйындарҙы йышыраҡ ойоштороу мөһим тигән фекерҙә Тамара Танһыҡҡужина.



Последние новости

Яндекс.Метрика