Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ангела Меркелдың сәйәси яҙмышы ҡурҡыныс аҫтында. Уға үтә лә либераль сәйәсәт өсөн партиялаштары яғынан баҫым көсәйә. Әгәр Германия канцлеры мигранттар мәсьәләһен көйләү буйынса аныҡ тәҡдимдәр индемәһә 2017-се йылда уның сәйәси карьераһы тамамланыуы ихтимал тип иҫкәрә политологтар. 

Рәсәй корабле Эгей диңгеҙендә Төркиәнең сейнерына ҡарата ут асҡан. Рәсәйҙең оборона министрлығында был бәрелешеүҙе туҡтатыу маҡсатында эшләнде тип белдерәләр. Төркиә корабле туп-тура хәрби судноға килгән, семафор һәм сигнал ракеталарына яуап бирмәгән.

Һайлауҙарға бер аҙна ҡалған, ә испандар кем өсөн тауыш бирергә белмәй. Иҡтисади көрсөн илдең Халыҡ һәм Социалистик партияларына халыҡтың ышанысын кәметте. Сәйәси майҙанда хәҙер яңы фирҡә-граждандар партияһы барлыҡҡа килде. Социологтар фирҡәләр берләшкән осраҡта ғына ниндәйҙер уңышҡа өмөт итә ала тип фаразлай.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика