Егерме беренсе быуатта дуэль...

Егерме беренсе быуатта дуэль… Бәхәс ҡоралы — шиғыр. Ваҡиға урыны — Башҡорт дәүләт академия драма театы сәхнәһе. Тик, был юлы тамашасылар ғәҙәти спектаклгә түгел, ә костюмлаштырылған балға саҡырылды.

Әҙәбиәт йылы тамамланыу алдында. „Башҡортостан„ Дәүләт телерадиокомпанияһы уға бағышлап „Әйтер һүҙем бар…„ проектын иғлан иткәйне.//икенсе өлөшө/// Бөгөн ошо күрәм башланғысҡа шиғриәт кисәһе йомғаҡ яһай. Бында әҙәбиәт һөйөүсе теләгән бер кеше саҡырыу алды.

Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡорт дәүләт аккдемия драма театры берлектә ойошторған шиғри кисә  шиғыр һөйөүсе төрлө һөнәр эйәләрен бергә йыйҙы. Бер көнгә сәхнә рингҡа әүрелде. 

Кисәлә алты пар шиғыр һөйләү маһирлығын күрһәтте,  һәр береһе тамашасының  күңеленә үтеп инергә, әйтер һүҙен еткерергә тырышты. Улар араһында студенттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хатта эшҡыуарҙарҙың  булыуы ла таң ҡалдырҙы. 

Шиғриәт кисәһендә ҡатнашыусыларҙың бөгөн  иң көслө ҡоралы -һүҙ. Һәр береһенең илһамланып шиғыр һөйләүе, әйтер һүҙҙәре күңел аша үткәреүҙәре, бәғзе берәүҙәренең үҙҙәре ижад иткән шиғрҙары менән сығыш яһауы тамашасыны ғына түгел, баһалама ағзаларын да битараф ҡалдырманы. 

Дуэлдә ҡатнашыусылар  береһен –береһе уҙҙырып, шиғыр һөйләне, телмәр тотоу оҫталығында көс һынашты. Шулай ҙа финалға иң көслө шиғыр һөйләү оҫталары тип табылған  дүртәү  сыҡты. Ә еңеүҙе иһә йәш шағирә Инйәр ҡыҙы Эвита Гайнет яулап, көмөш шпага менән бүләкләнде. 

Йыл дауамында барған  „Әйтер һүҙем бар..„ проекты тамашасы һөйөүен яулап  өлгөрҙө. Проектта ҡатнашыусылар әйтер һүҙен үҙ шиғыры йә иһә танылған шағир фекерен файҙаланып әйтә алды.  Шиғриәт кисәһендә асыҡланыуынса күптәр проекттың дауамын көтә.

Ошо сара шиғриәткә, әҙәбиәткә битараф булмаған кешеләрҙең күплеген күрһәтте. Тимәк, республикала ижад һөйөүселәр өсөн башланғыстарын бойомға ашырыу, һәләттәрен асыу мөмкинлектәре кәрәк.
2016-сы йыл кинематография йылы тип иғлан ителде,  Башҡортостан дәүләт телевидениеһы һәм радио тапшырыуҙар компанияһы яңы проекттарҙы асырға әҙер.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика