Бер нисә сәғәт элек Өфөнөң Пушкин урамында авария теркәлде

Пежо микроавтобусы һәм унынсы маркалы ВАЗ машинаһы бәрелешкән. Пассажир автобусының 255-се маршрутты хеҙмәтләндергәне билдәле. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам бригадаһы ла саҡырылған.  Бөгөн иртән дә Өфөлә еңел дүрт автомобиль һәм бензовоз ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Ғәҙәттәгесә, авария ҙур тығынға сәбәпсе булды. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Юл инспекторҙары тайғаҡ юлда дистанция һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш итә.



Последние новости

Яндекс.Метрика