Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы “Бурыс” операцияһын башланы

Штрафтарын ваҡытында түләмәгән водителдәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Инспекторҙар водителде 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итергә хоҡуҡлы. Бынан тыш түләнмәгән штраф күләменән икеләтә яңы штраф һалына. Булған бурыстар буйынса мәғлүмәттәрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре проталындағы шәхси кабинетта теркәлеп шунда табырға мөмкин. Ә 2016 йылдың 1 ғинуарынан водителдәр штрафын 20 көн эсендә түләгән осраҡта 50 процент ташлама аласаҡ. 

Республикала бөгөн “Иҫерек водитель” операцияһы ла башлана. 30 декабргә тиклем Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары һәм участка полиция хеҙмәткәрҙәре руль артына эскән килеш ултырған водителдәргә ҡаршы көрәште көсәйтә. Сараға халыҡты ла ҡушылырға саҡыралар. Әгәр иҫерек водительдең автомобиль менән идара итеүен күрһәгеҙ тиҙ арала был хаҡта полицияға хәбәр итеү һорала. 

 



Последние новости

Яндекс.Метрика