Өфөлә альвеококкоз диагнозы менән ике пациентты оператив рәүештә дауаланылар

Һуңғы йылдарҙа паразит ауырыуҙары киң тарала. Был бигерәк тә кешенең үҙенән тора. Ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү ҙә аяныслы хәлдәргә килтерә. Бөгөн Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһында альвеококкоз диагнозы менән ике пациентты оператив рәүештә дауаланылар. Альвеококкоз – хайуандарҙан йоҡҡан, һирәк осраған паразит ауырыу.  Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана табиптары уны оператив рәүештә дауалайҙар. Әле операция өҫтәлендә 16 йәшлек ҡыҙ. Уның бауырының уртаһында 10 сантиметрҙан да ҙурыраҡ паразит үҫеп сыҡҡан. Шуға ла операция бик ҡатмарлы, ти табиптар.Ауырыу ағзаның һул йәки уң өлөшөн ҡырҡып алырғамы – операция барышында билдәле буласаҡ. Иң мөһиме — паразитты алып ташларға.10 йыл эсендә алвеококкоз менән йылына бер генә кеше ауырыһа. Хәҙер инде был сир киң тарала,  ти табиптар. Бөгөн ошо диагноз менән бер юлы ике кешегә операция яһауҙары ла быны раҫлай. Икенсе операция бүлмәһендә өлкән йәштәге ҡатын. Уның бауырының  уң өлөшөн паразит зараралаған. Был ауырыу менән һуңғы айҙа ғына дауаханаға биш кеше мөрәжәғәт иткән. Борай районынан килгән Илдар Нафиковҡа диагнозды былтыр май айында ҡуйғандар. Хәҙер ул табиптарҙа даими тикшелереп тора. Альвеококк күп осраҡта йорт һәм ҡырағай хайуандарҙан йоға. Уны “бысраҡ ҡулдар ауырыуы” тип тә йөрөтәләр. Инфекция ауыҙ аша үтеп эске ағзаларҙы зараралай. Шуға ла һәр ваҡыт ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, ашар алдынан ҡулды һабынлап йыуырға кәрәк. Ә 50 йәштән үткәндәргә профилактика өсөн йыл һайын табиптарҙа тикшерелеп тороу мотлаҡ. Сөнки дауаланмаған осраҡта альвеококкоз аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал.  



Последние новости

Яндекс.Метрика