Рөхсәт менән сикләү араһы күпме?

Республика парламенты бәлиғ йәшенә етмәгән балалар өсөн никахҡа инеү йәшен билдәләне. Ошо хаҡта һәм башҡа төрлө закондар проекттары буйынса бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Беренсе уҡыуҙа тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекттары араһында Башҡортостан Республикаһында ҡайһы бер закон актттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы документ йәнле фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Никахҡа инеү йәшен билдәләүҙә аныҡ тәртип һәм шарттар билдәләү күптәрҙе етди ҡыҙыҡһындарҙы. Закон проектын тәҡдим иткән Республика прокуратураһы вәкиле иһә документтың тәү сиратта никахҡа инеү йәшенең түбәнге сиген аныҡлауын һәм никахҡа инеү мөмкинлеген биреүсе хәл-ваҡиғаларҙың тулы исемлеген билдәләүен аңлатты. Өҫтәүенә, мәсьәләне хәл итеүҙә опека һәм попечителлек органдары мотлаҡ ҡатнаша, ә никахҡа инеүгә рөхсәт республика башҡарма власть органдары тарафынан ҡабул ителәсәк.Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда кәмендә алты ай эшләүсе хеҙмәт ветерандарына коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә компенсация биреләсәк.  Һуңғы ваҡытта ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары йышайҙы. Мал менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү һәм малды урлау һанын кәметеү маҡсатында депутаттар ауыл хужалығында мал көтөү тәртибен боҙған өсөн административ штраф күләмен арттырҙы. 



Последние новости

Яндекс.Метрика