Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ғыйраҡтың ҡораллы көстәре Эр рамади ҡалаһын Ислам дәүләте һуғышсыларынан азат итеү операцияһын башланы. Уларға Америка авиацияһы ла ярҙам итә. Әммә политологтар белдереүенсә, төбәктә хәлде көйләү өсөн Рәсәй яғынан да ярҙам кәрәк.

Бөйөк Британияла илдең Европа берлегенән сығыуы тураһында закон ҡабул ителгәйне. Социологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, халыҡтың байтаҡ өлөшө Европа берлегенән сығыуҙы хуплай. Бөйөк Британияның Консерватив партияһы ла халыҡ фекере менән килешә.  Әммә фирҡә етәксеһе Дэвид Кэмерон белдереүенсә, Британияны үҙгәртеп ҡоролған берлектә тағы ла күберәк уңыштар көтә.

Төркиә халыҡтарының демократик партияһы рәйестәше Сәләхетдин Демирташ менән осрашыуҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Мәскәү менән Анкара араһындағы мөнәсәбәттәҙең насарайыуы Төркиә халҡына бөтөнләй ҡағылмай тип белдерҙе.

Нью Йорк таймс газетаһы журналистары Американың хәрби диңгеҙ флоты министрлығының Афған тотҡондарына ҡарата көс ҡулланыу осраҡтарын яҙып сыҡҡан. Йәшерен был мәғлүмәтте енәйәттәрҙе тикшереү хеҙмәте асыҡлаған. Ҡушма Штаттарҙың Диңгеҙ бесәйҙәре бүлексәһе тотҡондарҙы язалған. Бер кеше һәләк булған тип хәбәр итә Нью Йорк Таймс.

2016-сы йылда Өфөлә Ағиҙел ярында Юность спорт комплексынан автомобиль күперенә тиклем юл өлөшләтә ябыласаҡ.

Был ярҙың икенсе сиратын төҙөкләндереү эштәре башланыуға бәйле. Әле әҙерлек эштәре бара. Яр буйында төҙөүселәр өсөн штаб ҡуйыу ҙа ҡарала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, гидротехник ҡоролма эшләнәсәк. Ял итеү урындары буласаҡ, автомобиль юлдары һалынасаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика