Республиканың юл хәрәкәте инспекцияһы «Автобус» операцияһы үткәрҙе

Ул бер көнлөк кенә булһа ла, һөҙөмтәләре шәптән түгел. 

Тиҙлекте арттырыу, эскән килеш руль артына ултырыу, ҡаршы яҡ юлға сығыу-юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың меңдән ашыу осрағы асыҡланған. Быйыл ғына республика юлдарында йәмәғәт транспорты ҡатнашлығында 100 авария теркәлгән. Водителдәр аҡса артынан ҡыуып, пассажирҙар именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Шуға ла инспекторҙар ошондай операцияларҙы даими үткәрергә ниәтләй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика