Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Һиндостан премьеры Нарендра Моди юғары технологиялы тауарҙар етештереү буйынса килешеү проекттары эшләргә ҡушты. Рәсәй етәксеһе әйтеүенсә, күп йүнәлешле истребитель эшләү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Рәсәй һәм Һиндостан террорға ҡаршы көрәштә донъя йәмәғәтселеген берләшергә саҡырҙы.
Германия президенты яңы йыл ҡотлауында ил ватандаштарын ҡасаҡтарға ҡарата миһырбанлы булырға саҡырған. Әммә илдә канцлер Ангела Меркель үткәргән сәйәсәткә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары арта. 
Американың бер нисә штатында тәбиғәт ҡазаһы. Көслө ел һәм торнадо арҡаһында бер кеше һәләк булған. Күп кеше хәбәрһеҙ юғалған. Йорттар емерелгән. Көслө ел автомобилдәрҙе ососроп алып киткән.
Лондон университеты уҡытыусыһы Ер орбитаһын бысратыу мәсьәләһенә үҙ студенттарының иғтибарын йәлеп итергә уйлап компьютер графикаһы эшләгән. Ул унда 1957-се йылдан алып беҙҙең планета тирәләй к-пме сүп-сар йыйылғанын күрһәткән.



Последние новости

Яндекс.Метрика