2016-сы йылдан барлыҡ уҡыу йорттарында ГТО нормалары индерелә

Уҡыусылар яҡшылап ҡағиҙәләрҙе белһен һәм үҙҙәрен алдан һынап ҡараһын өсөн Башҡортостанда Бөтә Рәсәй физик культура һәм спорт комплексы фестивале уҙғарыла. Ошондай сара бөгөн Өфөнөң Биатлон спорт һауыҡтырыу комплексында үтә. Унда  республиканың төрлө район-ҡалаларынан үҫмерҙәр ҡатнаша.Сөләймән Сөләймәнов Иглин ҡасабаһынан килгән. Алтынсы класты тамамлаған үҫмер үҙ районында ГТО нормаларын тапшырып тиҫтерҙәре араһында  беренсе урын яулаған. Фестивалдә 14 райондан һәм 7 ҡаланан 20-нән ашыу команда ҡатнаша. 11-15 йәшлек уҡыусылар йүгереүҙә, алыҫлыҡҡа туп ташлауҙа, турникта күтәрелеүҙә, алыҫлыҡҡа һикереүҙә, атыуҙа, йөҙөүҙә һәм башҡа спорт төрҙәрендә көс һынаша. Бынан тыш, үҫмерҙәрҙең белемдәрен дә тикшерәләр. Бөгөн уҡыусылар 1 мең метр ярымға һәм 2 саҡрымға йүгерә. Судъялар билдәләүенсә, ГТО нормаларының был өлөшө уҡыусылар өсөн иң ауыры. Фестивалдә 200-гә яҡын бала ҡатнаша. Уның һөҙөмтәләре буйынса, иң көслө 8 уҡыусы һайлап алынасаҡ. Башҡортостан йыйылма командаһы һуңынан августа үтәсәк Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашасаҡ. Быйыл ул Белгород ҡалаһында үтә. 

Выиграйте 2 билета на концерт ВАЛЕРИИ! - 1439496029 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика