2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһы ойошторола

Был байрамға бөтә республика йәлеп ителәсәк. Ошо хаҡта ТАСС агентлығына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Киләһе фестивалдең ҡайҙа үтәсәген билдәләүсе совет материалдарыбыҙҙы ҡараны, вәкилдәрҙең сығышын тыңланы. Фестивалде Башҡортостанда үткәреүҙе бер тауыштан хупланы. Сара асылғас, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республика буйлап тараласаҡ, барлыҡ ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа фестиваль саралары үтәсәк, тип билдәләне ул. Республика Башлығы ойоштороусыларҙан фестивалде һабантуйҙар мәленә тура килтереүҙе һораған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика