Иртәгәнән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы тағы ла бер үҙгәреш көтә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Иртәгәнән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы тағы ла бер үҙгәреш көтә

Ул административ штраф күләме, шулай уҡ алимент өсөн бурыстары 10 мең һумдан артҡан водителдәргә ҡағыла. Уларҙың водитель таныҡлығы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарыласаҡ. Водителдәр 23 декабрҙән алып һалынған штрафтың ярты хаҡын ғына түләй ала. Тик ташлама булһын өсөн уны 20 көн эсендә административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы ҡарарҙа күрһәтелгән иҫәпкә күсерергә кәрәк. Автомобиль менән эскән килеш идара итеүселәр, ҡаршы яҡ юлдан хәрәкәт итеүселәр, теркәлмәгән транспорт менән идара итеүселәр ташламаларға өмөт итә алмай.



Последние новости