“Вести ФМ-Өфө” радиостанцияһында Динар Ғилметдиновтың радиоблогы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

“Вести ФМ-Өфө” радиостанцияһында Динар Ғилметдиновтың радиоблогы тергеҙелә

Ул эфирҙа автоһәүәҫкәрҙәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе босроған һорауҙарға яуап бирәсәк. Радиоблогтың яңылыҡтары һәм үҙгәрештәре,баш автоинспекторға нисек туранан тура мөрәжәғәт итергә. gibdd102.ru адресын йыйып, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһенең шәхси блогына инергә мөмкин. Әгәр һеҙҙе Динар Ғилметдинов яуаплылығында булған мәсьәләләр борсой икән блогта яҙып ҡалдыра алаһығыҙ. Ә был һорауҙарға яуаптар “Хәбәрҙәр ФМ” радиоһында көн һайын яңғыраясаҡ. Уны 102.1 йышлығында тыңларға мөмкин.Юлдарҙа хәл киҫкен булып ҡала. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙҙең телерадиокомпания хәлде нисек тә булһа яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индереү маҡсатында республиканың дәүләт автоинспекцияһы менән илдә тәүгеләрҙән ошондай радиоблог булдырҙы. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған иң актуаль һорауҙарҙы эфирҙы алып барыусы, радио хеҙмәте етәксеһе Элла Курильская яңғырата. Быйыл тапшырыуға үҙгәрештәр индерелгән. Хәҙер эфирҙа Динар Ғилметдинов менән бергә балалар ҙа ҡатнаша. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән „кескәй инспекторҙар„ юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен һөйләй. Балалар телмәренә ололар нығыраҡ ҡолаҡ һалыр, тигән өмөттә ойоштороусылар.Радио эфиры „кескәй инспекторҙар„ өсөн күңелле ваҡиғаларға ла бай булды. Улар республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе ҡулынан бүләк алды.Радиоблогтың йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә әһәмиәте ҙур. Сөнки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү киләсәктә аяныслы хәлдәрҙән ҡурсалап ҡалыуы ихтимал. Үҙенсәлекле рубрикала Динар Заһит улы республика юлындағы хәл-ваҡиғалар, һуңғы үҙгәрештәр менән дә таныштыра. Радиоблог 18 ғинуарҙан эфирға сыға башлаясаҡ.



Последние новости