Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелеүе ихтимал

Был иһә төрлө экзотик емеш-еләктәр һанын арттырыуға көслө этәргес кенә биреп ҡалмаясаҡ, ә халыҡ-ара кимәлдә тәжрибәләр үткәреү мөмкинлеге асыла. Лимонарийҙа Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә, декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр бар. Белгестәр әле яңы өлгөргән экзотик емештәрҙе йыя.Лимонарийҙа 500-ҙән ашыу экзотик емеш бар, шуларҙың береһе – папая. Әйткәндәй, күптән түгел был емешкә лә заказдар ҡабул итеү башланған. Папаяның ҡайһы берҙәре 5 кг-са етә.Инжир, гранат, ананас, мушмула һәм башҡалар. Был емештәрҙең һәр береһенең ҡыҙыҡлы тарихы бар. Мәҫәлән, будда ҡулы тип исемләнгән емеш байлыҡ һәм оҙаҡ йәшәү символы булып тора. Өфө лимонарийы Рәсәйҙә иң ҙур плантация иҫәпләнә. Йыл һайын 20 тоннанан ашыу уңыш йыйып алына. Бигерәк тә, лимонарий хеҙмәткәрҙәре уйлап сығарған яңы сорттар ҙурлығы менән айырылып тора. Мәҫәлән, “Салауат” лимонының ауырлығы 2 кг-ға тиклем барып етә. Уҡытыу-тәжрибә хужалығында 20-нән артыҡ яңы лимон сорттары үрсетелә.Лимонарийҙа үткән йыл гоава ла башҡорт ерендә беренсе тапҡыр емеш бирҙе, һирәк гөлдәрҙең береһе — батшабикә стерлицияһы сәскә атып ҡыуандырҙы. 2015-се йылда Өфө лимонарийына йәмәғәтселәр иғтибар итте. Лимонарий биләмәһе янында төҙөлөш эштәре бара. Ҡала уртаһында тороп ҡалған “йәшел утрауҙың” тирә-яғын яңы биналар ҡамап алған. Йәмәғәтселек лимонарий яҡлауға мохтаж тигән фекерҙе күтәреп сыҡты. Хеҙмәткәрҙәр лимонарийҙың Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылыуын көтә.



Последние новости