Иң ҡурҡыныс авариялар | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Иң ҡурҡыныс авариялар

Юл инфраструктураһын яҡшыртыу, руль артына эскән килеш ултырыусыларға һәм ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата закондарҙы ҡәтғиләштереү һәм заманса хәүефһеҙлек сараларын ҡулланыу. Былар барыһы ла юлдарҙа авариялар һанын кәметергә тейеш. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы 2015 йылға йыл йомғаҡтарын барланы. Уҙған йыл республикала үлем менән тамамланған юл-транспорт фажиғәләре кәмеһә лә һандар ҡыуандырмай. Төп сәбәп иҫерек водителдәр, насар юлдар һәм тиҙлек арттырыу. 26 июнь иртәнге сәғәт 8. Өфө уртаһында Ауди юғары тиҙлектә боролошҡа инә алмайынса ҡаршы юлда килеүсе Лифан менән бәрелешә. Ҡытай машинаһы менән идара итеүсе йәш әсә фажиғә урынында һәләк була, 8 йәшлек ҡыҙы ауыр йәрәхәттәр ала. Авария сәбәпсеһе руль артына иҫерек килеш ултырған. Бындай авариялар һаны ҡыҙғанысҡа кәмемәй. Һәр 13-сө юл транспорт фажиғәһе эскән водителдәр арҡаһында сыға. 1 йыл эсендә теркәлгән 2 мең аварияла спиртлы эсемлек төп сәбәпсе булған. Шулай уҡ закондың ҡәтғиләшеүе лә иҫеректәрҙе туҡтатмай, йыл дауамында 1 мең 800 водитель ҡабаттан эскән килеш тотолған, уларҙың барыһына ла Енәйәти яуаплылыҡ янай. 80%-тан ашыу осраҡта авариялар водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаҙында сыға.Республика юлдарында йыл башынан 1 мең 859 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 2 мең ярым кеше зыян күргән, 253 кеше өсөн авариялар үлем менән тамамланған. Иң ҡурҡыныс аварияларҙың береһе Иглин районында теркәлде, 1 еңел машина һәм 3 фура төкөшөп 3 кеше һәләк булды, тағы 2-һе төрлө тән йәрәхәттәре алды. Хәйбулла районында Тойота Камри водителе арҡаһында 5 кеше һәләк булды. Ул автомобиль менән идара итеү һәләтен юғалтып юлдың ҡаршы һыҙатында 15 модель Ваз менән бәрелеште. Фажиғә сәбәпсеһе һәм уның пассажиры иҫән ҡалды.Туймазы районында шулай уҡ Ауди ҡаршы яҡ юлға сығып китеп йөк машинаһы менән төкөштө. Еңел автомобиль водителе һәм 3 пассажир урында уҡ һәләк булды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары тарафынан дә закон боҙоу осраҡтары ла кәмемәй. Былтыр 1 меңгә яҡын юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. 8 Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күп осраҡта инспекторҙар биләгән вазифаһын үҙ файҙаланда ҡулланыуҙа, ришүәтселектә ғәйепләнә.



Последние новости