Республикаға ҡарлы ҡыш килде | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Республикаға ҡарлы ҡыш килде

Синоптиктар ошо аҙнала көндәрҙең болотло булыуын һәм ҡар яуыуын күҙаллай. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә иһә һауа торошо Урта диңгеҙ циклоны йоғонтоһонда ҡала. Европа синоптиктары уға „Эмма„ ҡушаматы биргән. Еңел һәм шул уҡ ваҡытта әүҙем ҡойон Көньяҡ Европанан төнъяҡ-көнсығышҡа йүнәлеп, йәкшәмбе иртән Тверь өлкәһенә етте. Мәскәүҙә циклон көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуына сәбәпсе булды. 6 сәғәт дауамында яуған ҡар юлдарҙа ҡар көрттәрен барлыҡҡа килтерҙе, ел тиҙлеге секундына 10-13 метрға етте. Белгестәр иҫәпләүенсә, төндә яуым-төшөмдөң 5 көнлөк нормаһы яуған. Ҡар ҡатламы 6 сантиметрға күтәрелеп барыһы 25 сантиметрға еткән. Артабан „Эмма„ циклоны төнъяҡ һәм төнъяҡ-көнбайышҡа юл ала. Өфөлә лә бөгөн ҡар яуа. Ел көньяҡтан, юлдарҙа һепертмә буран сығыуы ихтимал. Аҙна аҙағына тиклем көндәрҙең яуым-төшөмлө, болотло булыуы көтөлә. Туҡтауһыҙ ҡар яуған шарттарҙа таҙартыу техникаһы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юлдарҙа машиналарҙың һирәгерәк осрауы сәбәпле был эш төндә һөҙөмтәлерәк. Өфө урамдарынан әлегә 600 мең кубометр ҡар сығарылған.



Последние новости