Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сәйсәт үҙ һөҙөмтәләрен бирә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сәйсәт үҙ һөҙөмтәләрен бирә

Башҡортостан хужалыҡтары һауымды арттыра. Йыл башынан барлығы 45 мең тоннанан ашыу һөт һауылған. Бер һыйырҙан уртаса 148 килограмм һөт алынған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 22 килограмға күберәк. Шул уҡ ваҡытта, магазин кәштәләрендә һөт ризыҡтары ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, һөттөң хаҡы кәмендә 40-50 һум. Ивано-Казанка ауыл биләмәһендә ике һөт фермаһы бар. Уларҙың береһе Поступалов ауылында урынлашҡан. Рәзидә Зәйҙуллина хужалыҡта һигеҙенсе йыл эшләй. Һауынсының хеҙмәт хаҡы һауылған һөттөң күләменән сығып билдәләнә. Сит ил тауарҙарын алыштырыу бурысы ҡуйылғас, хужалыҡтар хәҙер үҙҙәре тауар етештереп, һатырға тырыша. Сөнки, тап ошолай табыш алырға мөмкин. Предприятиела һөт, ҡаймаҡ, сыр, эремсек – барлығы 6 төр һөт ризығы етештерелә. Иҡтисади ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, улар яҡты өмөттәр менән йәшәй. Ошо осорҙа һыйырҙар күпләп быҙаулай башлай. Был иһә яңы мөмкинлектәр аса. Хужалыҡта 418 һауын һыйыры бар. Әле уларҙың 170 генә быҙаулаған. Тәүлегенә һауынсылар 2 тонна һөт һауа, ҡалған һыйырҙар быҙаулағас, һөт күләме тағы ла артасаҡ.Фермер хужалығында етештерелгән һөттөң литры 25 һум самаһы. Сауҙа кәштәләренә барып еткәнсе, уның хаҡы тағы ла күтәрелә. Был предприятиеның магазинында һөт 33 һум менән тәҡдим ителә.Яңыраҡ сауҙа үҙәктәрендә һөт ҡиммәтләнде. Эсемлектең литры 40-50 һумдан алып 90 һумға тиклем барып етә. Белгестәр билдәләүенсә, тауарға хаҡты аралашсы компаниялар арттыра. Ә кемдең үҙ магазины бар, продукцияһын ғәҙел хаҡ менән оҙата. Башҡортостан буйынса бер һыйырҙан тәүлегенә 11 килограмҡа яҡын һөт алына. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда килограмм ярымға күберәк. Һөттөң күләмен арттырырға иҡтисади саралар мәжбүр итә. Бынан тыш, быйыл да „500 ферма„ программаһы ғәмәлдә ҡала. Уның оҙайтылыуы үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға ихтияжды арттырыр, тип көтөлә.



Последние новости