25 ғинуар Өфөнөң “Родина” кинотеатрында Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы үтәсәк | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

25 ғинуар Өфөнөң “Родина” кинотеатрында Рәсәй киноһы йылын асыу тантанаһы үтәсәк

Был көндә иртәнсәктән алып балаларға йәнһүрәттәр, көндөҙ һәм кискеһен художество һәм документаль фильмдар ҡарарға мөмкин. Йылды ғинуарҙың аҙағында рәсми асыу ҡаралһа ла, айҙың тәүге көндәренән үк был ваҡиғаға арналған саралар республикабыҙ тормошон солғап алды. Баш ҡаланың Октябрь районы 323-сө балалар баҡсаһына күсмә кинотеатр килде. Совет йылдарында киң ҡулланылыш тапҡан һәм ауыр, ҙур ҡоролмаларҙан торған күсмә кинотеатрҙарҙы хәҙер тик тауыш колонкалары, микшер, видеопроектор һәм уңайлы экран алмаштыра. Фильмдар яҙҙырылған ленталы кассеталарҙы күптән заман технологиялары алмаштырған. Ҙур әҙерлек һәм мәшәҡәттәр менән яулаған еңеүҙең һөҙөмтәһе – ҡояштай балҡыған шат йөҙҙәр. Йәнһүрәт араһында шәхси гигиена тураһында ҡыҫҡа әңгәмәләр һәм, йәнә, бала саҡтын иң татлы минуттарының береһе – көтөп алған йәнһүрәт. 323-сө балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр йәнһүрәттең һәр күренешен иғтибарлап күҙәтә. Араларындағы ҡайһы берҙәре бер-бер артлы үткән кадрҙарҙы һөнәри күҙлектән дә сығып ҡарай. Сөнки үҙҙәре йәнһүрәт төшөрөүҙә ҡатнаша. Дүртенсе йыл был балалар баҡсаһында йәнһүрәт студияһы эшләп килә.Ваҡ моториканы үҫтереү өсөн логопедтар йыш ҡына ҡом ҡуллана. Тап шундай күнекмәләр ваҡытында йәнһүрәт төшөрөү идеяһы барлыҡҡа килә лә инде. Әле балар 10-дан ашыу йәнһүрәт әҙерләгән. “Алтын балыҡ” әкиәте уларҙың тәүге эштәренең береһе.Кадрҙарҙы бөтөн фильм итеп йыйғандан һуң кескәйҙәр үҙҙәре үк уны тауыш менән биҙәй. Башҡорт телен өйрәнеүҙә был студияның эше баһалап бөткөһөҙ.Әле бәләкәс мультипликаторҙар ялҡау ҡыҙ Гөлназдың ҡурсаҡҡа әйләнеүе тураһында йәнһүрәт әҙерләй. Киләсәктә үҙҙәренең эштәрен ата-әсәләр араһында ғына түгел, бөтә илгә танытыу тураһында хыяллана.



Последние новости