Проголосуй за столицу Тотального диктанта - УФА! - 1516197634 | ГТРК «Башкортостан»

Православ Христиандар бөгөн Керәшенде билдәләй

Еванглиела әйтелеүенсә, беренсе быуатта Иордан йылғаһында Иоанн Предтеча Иисус Христосты суҡындыра. Был байрамды Алланың күренеүе, тип тә атайҙар. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо төндән алып бөгөнгө төнгә тиклем барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа бөгөн төндә иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Тап уҙған төндә донъяның барлыҡ ҡорам һәм сиркәүҙәрендә байрам вәғәзе һәм литургиянан һуң,  һыуҙар  изгеләндереп, диндарҙар тәре формаһында уйылған мәкеләргә сумды. Рәсәйҙә ошондай өс мең  ярым урын әҙерләнһә, уның һигеҙ йөҙгә яҡыны Волга буйы Федераль округына тура килә. Башҡортостанда иһә иорданьдәр һаны алтмыштан ашыу ине. Меңәрләгән кеше тупланған урында төп бурыс, әлбиттә, халыҡтың именлеген тәьмин итеү. Тиҫтәләгән метрҙарға һуҙылған сиратта тороусолар араһында өлкән йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа бар. Ҡотҡарыусылар һәм табиптар һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Боҙло һыуға сумыу сиркәү йолалары буйынса мотлаҡ түгел. Кеше организмы  — күңел һауыты. Шуға күрә, ҡышын бер ҡасан да һыу инеп ҡарамағандар өсөн иордангә сумыу оло һынау. Бөгөн, диндәргә иғтибарҙың бермә – бер артҡан мәлендә керәшен мәкеләрен сумыуҙы православ христиандар менән бергә мосолмандар ҙа атҡара. Иисус Христос эҙенән барыусылар Ураҙа, Ҡорбан Ғәйеттәрен билдәләгән кеүек, Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булған мосолмандар ҙа носраниҙар менән бергә ҡышҡы һыуҙа ҡойона. Мәкеләргә сумыу маҡсаты тәнде таҙартыу түгел. Тап изге һыу күңелде сафландыра, йөрәкте ауыр уйҙарҙан азат итә. Әлбиттә, Иисусты Иордан йылғаһында суҡындырған саҡта һауа температураһы ла, һыу йылылғы ла башҡаса булған. Әммә, бөгөнгө төндә һыуға сумған мосолман ҡәрҙәштәр дини тәғлимәттәр айырым булһа ла, маҡсаттарҙы уртаҡ, тип иҫәпләй. Православ христиандар байрамы мы, мосолмандар билдәләгән изге көндәрме – төп бурыс халыҡтар берҙәмлеге, милләттәр араһындағы ихтирам һәм иғтибарҙы  нығытыу.  Дини ышаныстар буйынса керәшен һыуы рух ныҡлығы биреп, торлаҡты насар көстәрҙән дә таҙарта.   Керәшен православ христиандар өсөн иң изге ун ике байрамдың береһе. Иорданда һыу инеү рухты таҙартып, үҙеңдең физик мөмкинлегеңде лә һынап ҡарарға ярҙам итә. Керәшен байрамы мәлендә, ике көн дауамында  православ сиркәүҙәрҙә махсус доғалар ҙа ҡылынып, барлыҡ һыу сығанаҡтары изгеләндерелә. Был осор төрлө дин вәкилдәрен дә яҡтылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа саҡырыу ваҡыты. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Төпкөл ауылдарҙа сауҙаны үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Төпкөл ауылдарҙа сауҙаны үҫтереү

Төпкөл ауылдарҙа сауҙаны үҫтереү проектына ярашлы, Башҡортостандың 10 районы күсмә сауҙа пункттары алды. Был автолавкаларҙы тапшырыу тантанаһы бөгөн үтте. Ауылда нигеҙҙә пенсионерҙар йәшәй. Һуңғы арала йәштәр күсеп китеп бөткәс ауылдарҙа магазиндар ҙа ябылып бөттө. Был мәсьәлә инде бер нисә йыл...

12 декабря 2017
Смотреть видео Киләһе йылдан магазин кәштәләрендә өр-яңы эсемлек барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе йылдан магазин кәштәләрендә өр-яңы эсемлек барлыҡҡа киләсәк

Республика ғалимдары  бейә һөтөнән яһалған файҙалы ризыҡҡа патент көтә. Шифалы бейә һөтөнән тик ике төрлө ризыҡ етештереү ғәҙел түгел. Был үҙенсәлекле сеймалды киңерәк файҙаналыу маҡсатын Башҡорт Дәүләт аграр университеты лабораторияһында бойомға ашыралар. Бында өр-яңы эсемлек уйлап сығарылған...

12 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса Оборона министрлығы Сүриәнән Рәсәй хәрбиҙәрен сығара башланы.  Владимир Путин ошо турала Хмеймим авиабазаһында махсус белдереү яһаны. Хәрбиҙәр алдарына ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәне, тине ил етәксеһе.  Рәсәйҙең Сүриәләге операцияһы 2 йылдан ашыу дауам...

12 декабря 2017
Смотреть видео Парламент президиумы ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Парламент президиумы ултырышы үтте

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы эшкә урынлаштырыу, уларға һөнәри белем биреү бурысы дәүләткә, атай әйткәндә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә йөкмәтелә. Республикала ошо  туралағы закон проекты әҙерләнгән. Был хаҡта бөгөн парламент президиумы ултырышында һүҙ барҙы. 

12 декабря 2017
Смотреть видео Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың | ГТРК «Башкортостан»

Баланан бәхетең булмаһа – йәшләй ҡартайырһың

Өфөлә йәшәүсе Любовь Дионисьевна үҙ балалары менән фатир өсөн көрәшә. Ире вафат булғкас, бәләкәй ҡыҙы тәҡдиме буйынса, ул иҫке фатирын һатып, яңы торлаҡҡа күсә. Әммә ул милексе түгел түгел. Шуға ла Любовь Дионисьевна урамда ҡалыуҙан ҡурҡа. Любовь Дионисьевна инде өс йылға яҡын үҙ балалары менән...

12 декабря 2017
Смотреть видео Хәүефле осор | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефле осор

Белгестәр пиротехника һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә  саҡыра. Шартлатҡыс менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа  лицензия, уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Пиротехниканы махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәңәш ителә. Кире осраҡта бына...

12 декабря 2017
Бөгөн төнөн Өфөлә ағас йорт янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн төнөн Өфөлә ағас йорт янып китте

Утта 53 йәшлек ир һәләк булған. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү-был янғындың төп сәбәбе тип хәбәр итәләр, республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан.

12 декабря 2017
Рәттән дүртенсе еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Рәттән дүртенсе еңеү

Ниһәйәт, “Салауат Юлаев” хоккейсылары көйәрмәндәрҙең тауышын ишетте. “Юлаевсылар” Ярославлдең «Локомотив»ын үҙ боҙонда 3 кә 2 иҫәбе менән еңде. Хоккей белгестәре Өфө хоккейсыларының агрессив уйнай башлауын билдәләй. Кисәге уйында Игорь Макаровтың хәләл ефете Лера Кудрявцева алдында  мах бирмәй...

11 декабря 2017
Смотреть видео Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле | ГТРК «Башкортостан»

Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле

Ә Рәсәйҙә ул етенсе урынды биләй. 1962 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. 24 йыл элек күл яны биләмәһе милли паркка әйләндерелде. Ғалимдар тәбиғи парктың экосистемаһын өйрәнеп, уны һаҡлау йәһәтенән ҙур эш алып бара. Һыуһылыуҙар төйәк иткән Асылыкүл. Уны...

11 декабря 2017
Смотреть видео “Рәсәй – минең тарихым” | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй – минең тарихым”

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә тере тарих менән балалар танышыу алыра тейеш тип белдергәйне. Совет районынан йөҙләгән бала тәүгеләрҙән булып уны ҡарай алды. Дәрестәге ялҡытҡыс тестар бында инде бөтөнләй икенсе төҫ ала. Һорауҙар шул уҡ әммә уға яуап биреүе...

11 декабря 2017
Смотреть видео Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ватан ҡаһармандары көнөндә Башҡортостанда 3 һәйкәл асылды

Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының хәтерен мәңгеләштереүсе мемориалдар Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында барлыҡҡа килде. Подлубово ауылында батыр яҡташ, Иван Полунинды иҫкә алдылар. Советтар Союзы геройына бюст ҡуйылды. Архангель районындағы Валентиновкала авиация маршалы Иван Пстыгоға, Оҙондар...

11 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ғыйраҡтың башҡалаһында “Ислам дәүләте” террорсыларын еңеү уңайынан хәрби парад үтте. Унда хәрбиҙәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Ил премьер-министры Хәйҙәр әль Әбади ҡарары менән  ИГИЛ-ды ҡыйратыу көнө  йыл да милли байрам булараҡ билдәләнәсәк. Киевта Одесса өлкәһенең экс-...

11 декабря 2017
Смотреть видео Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йәшелсә-емешкә хаҡ арта

Әммә белгестәр раҫлауынса, яңы йыл алдынан был ғәҙәти күренеш. Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  ризыҡтың айырым төрҙәре 10-15 процентҡа арзанайған. Рәхим Мерәҫов хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй. Рәхим Зәки улы төрлө акцияларға ла...

11 декабря 2017
Өфөлә ир микрофинанслау офисын талаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ир микрофинанслау офисын талаған

Был хәл Степан Кувыкин урамында теркәлә. Видеонан күренеүенсә, башына маска кейгән ир бысаҡ менән ҡурҡытып аҡса талап итә. Тик талаусы, офис хеҙмәткәренә “Һеҙ” тип кенә өндәшә. Хатта сыҡҡан ваҡытта 10 минуттан һуң полицияға шылтыратырға ла рөхсәт бирә. Енәйәттә шикләнеүсе үҙе менән 15 мең һум аҡса...

11 декабря 2017
Смотреть видео Республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары арта

Көндәр һыуытыу менән республикала автомобилдәрҙең янып китеү осраҡтары ла арта.Өфө үҙәгендә ВАЗ машинаһында сыҡҡан янғын һүндерелде. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Башҡа машиналарға ла зыян килмәгән. Шаһиттар янғын һүндереүселәргә шылтыратып өлгөргән. 

11 декабря 2017
Смотреть видео Айыуҙар ниңә йоҡламай? | ГТРК «Башкортостан»

Айыуҙар ниңә йоҡламай?

Ҡыш еткәс тә тайыштабандарҙың оҙон йоҡоға китеүе билдәле. Әммә быйыл урмансылар паркында аҫыралған айыуҙар йоҡлай алмай интегә. Шуға ла улар агрессив хәлдә.  Михаил ҡушаматлы айыу балаһы быйыл беренсе тапҡыр ҡышты үткәрә. Парк хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенсә, тәүге ике йылда улар ҡышты ни өсөндөр...

8 декабря 2017
Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә?

Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән торасаҡ, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән  тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары ҡатнаша. Татлы...

8 декабря 2017
Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты

Ойошмаға яңы ағзаларҙы ҡабул итеү тантанаһы республикала асылған Йәштәр сәйәсәте көндәре сиктәрендә үтте. Юнармияның Башҡортостан төбәк штабының бер йылдан ашыу элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан бөгөн республиканың һәр районында кесе ойошмалар әүҙем эшләй. Хәйбулла районында ғына 18 мәктәп...

8 декабря 2017
Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы

Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара ғилми–ғәмәли конференция үтте. Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығына арналған сарала билдәле ғалимдар сығыш яһаны. Конференцияға  Төркмәнстан, Ҡазағстан, Үзбәкстандан һәм Беларуссиянан да фәнни мәҡәләләр ебәрелгән. Башҡорт матбуғатының үткәнен бөгөнгөһөн...

8 декабря 2017
Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

2019-сы йылда Өфөлә үтәсәк Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына барлыҡ тиерлек объекттар ҙа әҙер. Башҡортостан башлығы Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Унда баш ҡалала төҙөлгән спорт үҙәге тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, объект...

8 декабря 2017
Смотреть видео Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе

Владимир Путиндың президент һайлауында ҡатнашыу тураһындағы ҡарарына ҡарата дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерен белдереүҙе дауам итә. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин  фекеренсә, Владимир Путин Рәсәй халҡын дөйөм маҡсаттар тирәләй туплап рухи үҫешкә етди...

8 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дональд Трамптың Иерусалимды Израилдың башҡалаһы тип таныуы сәбәпле ҡаршылыҡ акциялары башланды. Рамалла ҡалаһында митингта ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн Израиль полицияһы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәлә “Ислам дәүләте” террорсыларын юҡ итеү буйынса бурысты тулыһынса...

8 декабря 2017
Смотреть видео Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде

Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү өсөн урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың килешеп эшләүе мөһим. 8 районды берләштергән субрегионды социаль иҡтисади үҫтереү программаһы 2011 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде. Ул ваҡытта...

8 декабря 2017
Резиденттарға ярҙам төрҙәре киңәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Резиденттарға ярҙам төрҙәре киңәйтелә

Башҡортостанда әүҙем социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарына ярҙам төрҙәре киңәйтелә. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер «Бәләбәй» һәм «Күмертау» социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары өсөн дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алғанда түбән коэффициент ҡаралған. Бынан...

8 декабря 2017
Импортты алмаштырыу-көн талабы | ГТРК «Башкортостан»

Импортты алмаштырыу-көн талабы

Өфөлә төбәктәрҙең закондар сығарыу органдары етәкселәре ултырышында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич  импортты алмаштырыу йүнәлешендә лә әүҙем эшләү кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан предприятиелары был йәһәттән  уңышлы эшләй....

8 декабря 2017
Смотреть видео 11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды | ГТРК «Башкортостан»

11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлының 39-сы километрындағы аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде.Ауырғазы районында йәшәүсе ҡулдан эшләнгән прицепҡа ВАЗ машинаһын тейәп китеп барғанда идараны юғалта һәм ҡаршы яҡ юлға килеп сығып Деу Нексияға бәрелә. Әрйәләге ВАЗ машинаһы ла осоп барып тигәндәй Нексияға...

8 декабря 2017
Смотреть видео Ут һүндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Ут һүндерелде

Бер-нисә минут элек кенә Достоевский урамындағы йортта сыҡҡан янғын һүңндерелде. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Алты кеше эвакуацияланған. Ваҡиға урынында техника һәм ҡотҡарыусылар эшләй.

8 декабря 2017
Юристар белемен тикшерә | ГТРК «Башкортостан»

Юристар белемен тикшерә

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Башҡортостандың конституция суды менән берлектә студенттар өсөн юридик олимпиада ойошторҙо.  Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың конституция көнөнә арналған юридик олимпиадала...

7 декабря 2017
Смотреть видео Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды

Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыусылары ассоциацияһының 52–се ултырышы йәнә Өфөлә үтә. Төбәк парламенттары  депутаттары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре бөгөн округ биләмәләрендә коррупцияға ҡаршы дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙы норматив-хоҡуҡи...

7 декабря 2017
Смотреть видео Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә

Хәбәрсебеҙ ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү юлдары дөрөҫөн әйткәндә күп, әммә быны яйға һалыу өсөн дәүләт органдарының, урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың йөктө бер үк йүнәлешкә тартыуы мөһим. 8 районды...

7 декабря 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика