Көрсөк мәлендә нисек эш табырға? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Көрсөк мәлендә нисек эш табырға?

Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек менән бер рәттән рәсми эшһеҙлек кимәле арта. Йыл башына республика буйынса был күрһәткес 6 процентҡа етте. Һандарҙан күренеүенсә, рәсми эшһеҙҙәр һаны әлеге көндә 26 меңдән ашып киткән, ә тәҡдим ителгән вакансиялар 21 мең ярымға ла етмәй. Хәлде көйләү маҡсатында мәшғүллек үҙәктәре вакансиялар йәрминкәһен даими ойоштора. Башлыса Тик бында ла оҡшаған эш табыу еңелдән түгел. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге бөгөн һөнәр алмаштырырға мәжбүр. Эшһеҙ юристар, иҡтисадсылар, педагогтар кеүек офис һөнәрмәндәренең артыуы хеҙмәт баҙарында тотороҡһоҙлоҡҡа алып килде. Новосибирскийҙан белем алып ҡайтҡан Алена Минакова ла һөнәре буйынса эш табыу өмөтө менән килгән. Йәрминкәлә ҡатнашыусы 30 эш биреүсенең береһе генә финанс өлкәһенән. Яңы уҡыу бөткән студенттар һәм пенсия йәшендәгеләр вакансиялар йәрминкәһендә даими ҡунаҡ, әммә бөгөн урта йәштәгеләрҙе лә күп осратырға мөмкин. Ҡыҫҡартыуҙарға эләгеп эшен юғалтҡандарға һөнәре буйынса эш табыуы ауыр, тәҡдимдәр араһында күпселеге хеҙмәтсе персонал. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһы ла йылдан йыл арта, эшсе һөнәр эйәләре лайыҡлы хеҙмәт хаҡы эҙләп Себер тарафтарына китә. Иҡтисадтың тотороҡло осоронда һәр эшһеҙгә бер нисә вакансия тап килһә, бөгөн тенденция кире яҡҡа үҙгәрә. Мәҫәлән, иғландар сайтының береһендәге тәҡдимдәргә күҙ һалһаң вакансиялар һаны 1 мең 400 гә етә, эш эҙләүселдәрҙең резюмелары иһә 8 меңдән ашыу.



Последние новости