,,Урал батыр ере,, - Рәсәйҙең Мәҙәни мираҫ объекты | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

,,Урал батыр ере,, - Рәсәйҙең Мәҙәни мираҫ объекты

Башҡортостанда “Урал батыры ере” тип исемләнгән тарихи-мәҙәни мираҫ объекты барлыҡҡа килде. Республиканың Мәҙәниәт министры ҡултамғаһы менән нығытылған һаҡланған биләмә Шүлгән таш мәмерйәһе тирәһендә урынлашҡан. Был статус мәмерйә эргәһендә һәм уның эсендә урынлашҡан археологик ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәһәтенән вәкәләттәрҙе арттыра. Туристар өсөн төбәк мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ һәм мәғлүмәтлерәк итеү өсөн эҙмә эҙлекле эшмәкәрлек алып барыла. Күптән түгел Шүлгән таш мәмерйәһенә арналған музейҙа төҙөклндереү эштәре тамамланды. Бында килеүселәр хәҙер боронғо экспонаттарҙы, тарихи мәлдәрҙе заман технологиялары ярҙамында өйрәнә ала. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан „Шүлгән-таш„ тарихи-мәҙәни музейы быйыл тулыһынса реконструкцияланған. Бында хәҙер башҡорт ере һәм башҡорт халҡының боронғо тарихына арналған үҙенсәлекле экспонаттар менән танышырға мөмкин. Бында хәҙер донъялағы Шүлгән ташҡа оҡшаш мәмерйәләр, уларҙы һаҡлау һәм өйрәнеү үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр ҙә бар. Үҙебеҙҙәге тарихи ҡомартҡыны тейешле кимәлдә өйрәнеү өсөн Европа тәжрибәһен башҡортостан ғалимдары ентекле өйрәнә. Музейҙа хәҙер Урал батыр эпосына арналған айырым бүлмә бар. Яҡтыртыу ҡорамалдары ярҙамында биҙәлгән был экспозициялар үҙенсәлеге һәм замансалығы буйынса айырылып тора. Шүлгән ташта мамонттарҙы ташҡа төшөрөүсе тәүтормош рәссамы ла бында килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мамонттар һәм башҡа боронғо йәнлектәр һөйәктәре, тәүтормош кешеһенең йәшәү рәүешен күрһәткән артефакттарҙың ҡайһы берҙәре донъяла бөтөнләй юҡ. Әммә әле эшләп килгән музей стеналары Шүлгәнташ мираҫын тулыһынса халыҡҡа еткереү өсөн аҙ.Тап шуның өсөн дә күләмле музей комплексын төҙөү ниәте барлыҡҡа килгән дә инде. Тарихи,мәҙәни һәм фәнни әһәмиәте буйынса Шүлгән-таш. Европалағы Руфиньяк, Ласко һәм башҡа мәмерйәләрҙән бер ҙә ҡалышмай. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса фән өсөн күпкә ҡыҙыҡлыраҡ та. Шуға ла уны файҙаланыу һәм өйрәнеү лайыҡлы кимәлдә булырға тейеш,ти белгестәр. Киләһе йәй бында тағы ла бер үҙенсәлекле урын-тәүтормош кешеһенең асыҡ һауала йәшәү рәүешен реаль күләмдә күрһәтеүсе айырым майҙансыҡ эшләү ҡарала.



Последние новости