Өфө травматология пунктына мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфө травматология пунктына мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта

Бында йыл башынан меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Һынған, ҡаймылҡтырған аяҡ-ҡулдарҙың сәбәбе – тайғаҡ юлдар. Күпләп ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, урамдар таҙартылмай. Әммә был иң ҡурҡынысы түгел. Ҡар аҫтында ҡалған боҙ йәйәүлеләр һәм автомобиль менән идара итеүселәрҙең һаулығына зыян килтерә ала.Ҡыш- йылдың иң гүзәл, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә миҙгел.Тап ошо осорҙа урамдарҙа һәм юлдарҙа, бигерәк тә ҡалала, имгәнеү һәм йәрәхәтләнеү осраҡтары арта. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Артур урамда йығылып ҡулын һындырған. Мәктәпкә уҡырға йөрөһә лә, хәҙер яҙма контроль эштәрҙе башҡарыу ауырлашты, ти уҡыусы.Ҡыш миҙгелендә төрлө йәрәхәт алыу һаны күбәйә. Һауа торошо үҙгәргәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, ти балалар травмотологы Азат Әхмәтҡужин.Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәй, ярты ай элек ян-баш һөйәген, ҡулын һындырған Светлана ханым юлдарҙың насар булыуына, кеше йөрөгән ерҙәр боҙҙан таҙартылмауына зарлана. Һөҙөмтәлә Светлана ханым бына инде ай ярым гипс менән йөрөргә мәжбүр.Белгестәр ҡыш миҙгелендә уңайлы, үксәһеҙ аяҡ кейеме һайларға тәҡдим итә. Йәрәхәттәргә килгәндә, беренсе урында аяҡ-ҡулдарҙы һындырыу, аҙаҡ баш мейеһе һелкенеүе, умыртҡа һөйәгенә зыян килеүе осраҡтары теркәлгән. Ҡыш бауыры оҙон, тимәк тайғаҡ юлдар мәсъәләһе әле оҙаҡ ваҡыт дауамында көнүҙәк булып ҡаласаҡ. Юлды таҙартмауға, коммуналь хеҙмәттәр үҙ эшен еренә еткереп башҡармауына туҡтауһыҙ зарланырға мөмкин. Әммә һәр кеше үҙ ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн,тәү сиратта, үҙе генә яуаплы булыуын оноторға тейеш түгел.



Последние новости