Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка һәм Ҡушма Штаттар Женева һөйләшеүҙәрен үткәрергә саҡыра. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм Америка дәүләт секретары Джон Керри Цюрихта осрашып Сүриә көрсөгөн көйләргә саҡырҙы.

Ҡабулда Рәсәй илселеге янында теракт. 7 кеше һәләк булған. Киске сәғәттәрҙә үҙен-үҙе шартлатырға теләүсе афған телеканалы хәбәрселәре китеп барған машинаға ташлана. Күпме кешенең һәләк булғаны, яраланғаны тураһында билдәле түгел. Быға тиклем илдең эске эштәр министрлығы теракттар ихтималлығы сәбәпле именлек сараларын көсәйткәйне.

Молдовала ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар парламент бинаһына үтеп ингән. Улар бүлмәләрҙә депутаттарҙы эҙләй тип хәбәр итә Интерфакс агентлығы. Бинала полиция хеҙмәткәрҙәре юҡ.

Швейцарияның Давос ҡалаһында Бөтә Донъя иҡтисади форумы үтә. Унда төрлө илдәрҙән ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Был юлы форумда иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләр менән бер рәттән дүртенсе сәнәғәт революцияһы ла, йәғни, интернет һәм робототехника үҫеше лә тикшерелә.



Последние новости