Яңы проекттар | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Яңы проекттар

Йыл башынан беҙҙең телерадиокомпания республика халҡына өр-яңы проекттар тәҡдим итә. “Ирекле микрофон” мультимедия проекты старт алды. Шулай уҡ, “Рәсәй 1-Башҡортостан” телеканалында “Хәбәрҙәр. Өфө” программаһы эфирға сыҡты. Билдәле журналист Азамат Сәйетов “Ирекле микрофон” артында сәйәсмәндәрҙе йыя. Яңы проекттың маҡсаты — сәйәсәткә йәмғиәттең иғтибарын арттырыу. Белемле һәм мәғлүмәтле булыу – заман талабы. Ә был программаны тыңлаған, ҡараған һәр кем бөгөнгө ваҡиғаларҙың ысынбарлығына төшөнөп, киләсәктә дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итәсәк, ти проект авторы. Көҙгө һайлауҙарға тиклем йыраҡ, әммә әҙерлек эштәре башланған да инде.Бөгөн иһә “Ирекле микрофон”да етди һөйләшеү көтөлә – тиҫтә йылдар һаҡланған тарихи серҙәр асыласаҡ. Эфир ҡунағы Башҡорт АССР-ы Министрҙар кабинеты рәйесе Марат Мирғәзәмов. Азамат Фәйзи улының уға тәүге һорауы – Борис Ельцин менән вәкәләттәрҙе бүлешеү һәм идара итеү даирәһен айырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғанда ябыҡ ишектәр артында нимә тураһында һөйләшеүҙәре хаҡында. Тапшырыу “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында һәр аҙна шишәмбе 18 сәғәт 25 минутта тура эфирға сыға. Ә телевизион версияһын “Рәсәй 24” каналында кесаҙна 19 сәғәттә ҡарарға мөмкин.“Хәбәрҙәр. Өфө” башҡалабыҙҙың көндәлек тормошо тураһындағы программа. Һәр сығарылышта хәбәрселәр әҙерләгән һуңғы яңылыҡтар, ҡаланың хәҙергеһе һәм үткәне сағыла. Ул һәр шишәмбе “Рәсәй 1-Башҡортостан” телеканалында 19 сәғәт 35 минутта эфирҙа. Беҙҙең телерадиокомпанияның башҡа яңы проекттары ла бихисап.Башҡала хәбәрҙәре республика халҡына ла ҡыҙыҡлы булыр тип ышана уның авторҙары.Беҙҙең телерадиокомпания матди-техник базаһын да байыта. Яңы күсмә станция телевизор ҡараусыларға ваҡиғалар урынынан һуңғы мәғлүмәттәрҙе тәүгеләрҙән булып еткерергә ярҙам итә.



Последние новости