Республика импортты алмаштырыу йүнәлешендә яңы кимәлгә сыға | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Республика импортты алмаштырыу йүнәлешендә яңы кимәлгә сыға

Салауат ҡалаһында төҙөлгән завод сафҡа инһә, республикала акрил буяуҙар һәм дым тартыусы суперабсорбенттар етештерә башлаясаҡтар. Заводта әле ағартыу һәм ремонт эштәре бара. Барлыҡ ҡоролмалар ҙа урынлаштырылған, улар быға тиклем Башҡортостанда сығарылмаған химик матдәләр эшләү өсөн тәғәйенләнгән.Яңы сәнәғәт иң алдынғы технологияларға нигеҙләнеп төҙөлгән. Һауаға һәм һыуға зарарлы матдәләр сығарылмаясаҡ. Хәүефһеҙлекте тәъмин итер өсөн предприятие Рәсәйҙә булмаған реакторҙарға заказ биргән. Барлыҡ ҡоролмалар менән идара итеү үҙәкләштерелгән һәм автоматлаштырылған. Йәғни, етештереү процесын операторҙар күҙәтәсәк.Акрил етештереү сит илдәрҙә киң үҫешкән. Рәсәйҙә иһә Дзержинск ҡалаһында ошондай завод бар. Салауат ҡалаһындағы предприятие файҙаланыуға тапшырылғас, үҙебеҙҙә буяуҙар, дым тартҡан суперабсорбенттар эшләү башланасаҡ. Яңы предприятие бик күп кешене яңы эш урындары менән тәьмин итәсәк. Әле предприятиела һуңғы эштәр тамамлана. Ҡоролмаларҙы тикшереү апрель баштарына тәғәйенләнгән, ә продукция етештереү сентябрь айында башланасаҡ. Заводта тәүҙә 300 кеше эшләйәсәк. Ҡалған сираты файҙаланыуға тапшырылғас, хеҙмәткәрҙәр һаны 1 меңдән ашып китәсәк.



Последние новости