Өфөлә ҡот осҡос хәл | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөлә ҡот осҡос хәл

Өфөлә 62 йәшлек ир ейәненә 28 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғаилә ағзалары әле һаман ышанып етмәй. Нисек инде олатаһы ейәненә бысаҡ менән ташланһын? Әммә, тап шулай килеп сыға ла. 62 йәшлек ир ҡунаҡҡа килгән ейәненә бысаҡ менән һөжүм итә. Бәхеткә күрә малай иҫән ҡала. Операция 7 сәғәттән ашыу дауам итә. Табиптар билдәләүенсә, малайҙың бите һәм ҡулдары ныҡ йәрәхәтләнгән, уның тәнендә 28 бысаҡ эҙе теркәлә. Быға тиклем ғаилә бергә йәшәгән. Ярты йыл элек ҡыҙы улы менән айырым фатирға күскән. Күршеләре әйтеүенсә, улар элек тә малайҙың илаған тауышын ишеткән.Туғандары билдәләүенсә, олатай кеше ейәненә ҡарата яҡшы мөғәлләмәлә булған. Барлыҡ бәләне улар спиртлы эсемлек менән бәйләй. 62 йәшлек ир йыш ҡына эскеләгән. Әйткәндәй, ейәненә бысаҡ менән һөжүм иткәндән һуң, ул яраланған малайҙы ҡалдырып, полицияға ғәйебен танырға киткән.Әле алты йәшлек сабыйҙы табиптар күҙәтә. Белгестәр әйтеүенсә, уның ғүмеренә бер нимә лә янамай. Малай иһә олатаһы алып биргән көсөк тураһында ғына белешә. Ололар „Атаһы улын, әсәһе ҡыҙын белмәй башлаһа, ахрызаман етәсәк, тип әйтә торғайны. Ҡот осҡос ваҡиғалар теркәлә.



Последние новости