Бөгөн Өфөлә БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү министрҙарының осрашыуы асылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Бөгөн Өфөлә БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү министрҙарының осрашыуы асылды

Уның эшендә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының генераль директоры Гай Райдер Халыҡ-ара социаль яҡлау ассоциацияһының генераль секретары Ханс Хорст Конколевски, Бөтә Донъя Банкыһы төркөмө вице-президенты Кит Хансен, БРИКС ойошмаһы илдәренең профсоюз ойошмалары һәм бизнес- берләшмәләр вәкилдәре ҡатнаша. БРИКС илдәре вәкилдәренең был йүнәлештәге осрашыуы тарихта беренсе тапҡыр. Һөйләшеүҙәр өс яҡлы форматта ойошторола, тине Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин. Осрашыуҙа профсоюздар, эш биреүселәр һәм хөкүмәт вәкилдәре социаль партнерҙар булараҡ фекер алыша. Көн тәртибендә лә өс йүнәлешкә баҫым яһала – сифатлы һәм хеҙмәткәр өсөн уңайлы мәшғүллек мөмкинлектәре, хеҙмәт баҙарында йәшерен мәшғүллекте ғәмәли кимәлгә сығарыу, илдәр араһында социаль яҡлау өлкәһендәге тәжрибәне һәм мәғлүмәттәрҙе уртаҡлашыу. Мәртәбәле осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Республика башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. 



Последние новости

Яндекс.Метрика