Өфөлә балалар баҡсаларына сират кәмей | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөлә балалар баҡсаларына сират кәмей

Баш ҡала мәктәптәренең  буш торған  синыф бүлмәләрен үҙгәртеп ҡороу башланды. Белем биреү усаҡтары хәҙер тулы мәғариф комплексы тип иҫәпләнәсәк. Совет районындағы ошондай тәүге тәжрибә майҙансығы – егерме алтынсы мәктәп. Уңайлы бер нисә бүлмә һәм йөҙ баланан торған дүрт төркөм. Егерме алтынсы мәктәп хәҙер белем биреүҙең ике баҫҡысын да үҙләштерә. Балалар баҡсаһына йөрөүсе сабыйҙар беренсе синыфҡа ошонда уҡ киләсәк.Баш ҡаланың балалар баҡсаларына сиратты кәметеү  миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфө өсөн төп социаль проблема. Китапханаһы, спорт залы, үҙ ашханаһы, музыка бүлмәһе булған балалар баҡсаһына юлламалар табыу ауырылығы менән байтаҡ ата-әсәнең осрашҡаны барҙыр. Егерме алтынсы мәктәптәге балалар баҡсаһы иһә Совет районының айырым микрорайоны халҡы өсөн күптәнге хыял. Баш ҡалала балалар баҡсаларына урындар менән сетерекле мәсьәләгә яҡын арала яуап табылырға тейеш.Балалар баҡсаларына бәйле мәсьәләне хәл итеүҙең бер–нисә юлы бар.  Улар яңы обьекттар һалыу, иҫкеләрен камиллаштырыу. Ә мәктәптәр янында ошондай үҙәктәр булдырыу ҡаҙна сығымдарын кәметеүгә лә ҡулай ысул.

Өфөнөң Совет  районында асылған балалар баҡсаһы – быйыл республикала файҙаланыуға тапшырылған тәүге социаль обьект. Яңы үҙәк өлгөһөндә, киләсәктә республиканың башҡа райондарында ла ошондай комплекстар эш башлар, тип көтөлә.



Последние новости

Яндекс.Метрика