Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәнең Хомс ҡалаһында теракт арҡаһында 20 кеше һәләк булған, тиҫтәләп йәрәхәтләнеүсе бар. Тәүҙә автомобиль шартлай. Кешеләр ярҙамға йыйылғас, үҙ-үҙен үлтереүсе шартлатҡысты  шартлата. Был алым террорсылар араһында киң таралған. Һөжүм өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләте үҙ өҫтөнә алған.

Приморье крайының сафари-паркындағы Амур исемле юлбарыҫ һәм Тимур ҡушаматлы кәзәнең дуҫлығы тураһында хәҙер бөтә ил белә. Улар бергә йәшәй, бер һауыттан ашайҙар, бергә уйнайҙар. Тик әле дуҫтарҙы айырғандар. Был ваҡытлыса, сөнки Тимурға ветеринар тикшереү үткәреү планлаштырыла, тип хәбәр итә парк етәкселеге.

“Рәсәй коммунистары” Санкт-Петербург ҡалаһын Ленинград тип йөрөтөргә тәҡдим иткән. Улар ҡаланың исемен үҙгәртеү буйынса референдум үткәрергә ниәтләй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика