Дәһшәтле 900 көн | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Дәһшәтле 900 көн

Бөгөн Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 72 йыл элек — 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленингард ҡалаһы фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.  Блокада ҡуласаһын өҙөүгә бағышлап, илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ҡалалрында иҫтәлекле саралар уҙғарыла. Өфөлә лә бөгөн Еңеү паркында “Блокада икмәге” тигән акция үтәсәк.  Митингта ҡатнашыусылар, Мәңгелек утҡа — сәскәләр һаласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы хәрбиҙәргә ла күп кенә һынауҙар, ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килгән. Әле Башҡортостанда ошо йылдарҙың бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған 137 кеше йәшәй.  Ошо салюттарҙы яңғыратып Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөүен билдәләүгә бөгөн 72 йыл. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 900 көн һәм 900 төн буйы Совет ғәскәрҙәре Нева йылғаһы буйындағы ҡаланы немецтар ҡамауынан ҡотҡарыу өсөн көрәшә. Урындағы халыҡ та аслыҡты, һыуыҡты кисереп, тыуған ҡалаһын һаҡлай. Тарихи видеояҙмалар ҙа шул саҡтағы фажиғәле, ҡурҡыныс мәлдәрҙе беҙгә еткерә алмай. Ә блокада шаһиттары тиҫтә йылдар элек булған вағиғаларҙы әле һаман тетрәнеп иҫкә ала. 125 грамм. Вера Баширова үлсәүһеҙ ҙә был күләмдәге икмәкте киҫеп күрһәтә ала. Ленинград блокадаһындағы көндәлек икмәк нормаһын һәм тәмен ул бөгөнгөләй иҫләй. 1941 йылдың 8 сентябрендә 17 йәшлек ҡыҙ өсөн бөтөнләй икенсе тормош башлана. “Аслыҡ, яланғаслыҡ, ҡан ҡойош, юғалтыуҙар – һуғыштың ауыр хәтирәләре менән бер рәттән шатлыҡлы мәлдәре лә  һаман күҙ алдында: эшләгән зоопаркта бомба эләгеп үлгән филдең итен 250 граммлап таратып биргәс, минән дә бәхетле кеше булмағандыр,”- ти Вера Ивановна. Шул фил итенән бешерелгән аштың — ас үлемдән ҡотҡарған ризыҡтың тәме әле лә ветерандың төштәренә инә. Меңәрләгән ҡорбан -  урам буйҙарында аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан, бомба ярсыҡтарынан үлеп ятҡан кешеләр, бигерәк тә балалар йөҙҙәре блокада шаһитының йөрәгендә ауыр хәтирәләр булып һаҡланған. Ҡулсала ҡалған Ленинградты ил менән бәйләп торған Ладога күле аша берҙән-бер юл була. Әммә “йәшәү юлы” ла ҡала халҡын ризыҡтар менән тәьмин итә алмай. Аслыҡтан интеккән кешеләр урамдағы барлыҡ эт-бесәйҙәрҙе тотоп ашарға мәжбүр була. Хайуандарҙы яратыусы Вера Ивановна хәҙер йортонда бесәй ҙә, эт тә аҫрай. Дәшһәтле һуғыш йылдарын кисергән блокадасының теләге бер – тарихтағы был йәнде тетрәндерерлек ҡанлы биттәр бер ҡасан да ҡабатланмаһын.



Последние новости

Яндекс.Метрика