Таможня хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара һөнәри байрамдарын билдәләне | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Таможня хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара һөнәри байрамдарын билдәләне

Ошо уңайҙан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, өлгәшелгән ҡаҙаныштар билдәләнде. Гөлназ Зинурова Өфө аэропорты таможняһында унынсы йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә төрлө хәлдәр менән осрашырға тура килде,  һәр һөнәрҙәге кеүек үк таможня хеҙмәтенең дә ыңғай һәм кире яҡтары бар,  ти Гөлназ Зинурова. Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре бөтә терминалдарҙың да өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн ҙур көс һала.
Үткән йылдар менән сағыштырғанда, экспорт 5,5 процентҡа кәмегән, ә импорт 20 процент самаһына үҫкән. Башҡортостан таможняһы йылына 500-гә яҡын пассажирҙарҙы тикшерә. Республика биләмәләренә законһыҙ индерергә тырышҡан йөк араһында ҡыҙыҡлы әйберҙәр ҙә килеп сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был административ хоҡуҡ боҙоу бының менән генә тамамланмай. Былтыр 45 кешегә енәйәт эше асылған.

Йыл дауамында 408 меңдән ашыу рөхсәтһеҙ тауар индереү осрағы теркәлгән. Мәҙәни мираҫ булған һигеҙ әйберҙең законһыҙ рәүештә ситкә сығыуы сикләнгән, 1,5 килограмм наркотик матдә табылған.  Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтендә иҫәпләүҙәренсә, Башҡортостан үҙәгенең эш тәжрибәһе Волга буйы төбәктәрендәге  башҡа таможняларында ҡулланыу өсөн нигеҙ була ала. Интернет аша бирелгән декларацияны төбәктең һәр электрон декларация үткәреү үҙәгендә теркәргә мөмкин.  Яңы система барлыҡ документтарҙы  ла автоматик рәүештә теркәй һәм хаталарҙы ла булдырмаҫҡа ярҙам итә. Эксперемент уңышлы тип табылған һәм шуға күрә ул тиҙҙән  Башҡортостанда ғына түгел, ә илдә лә ҡулланыу табасаҡ, ти белгестәр.



Последние новости

Яндекс.Метрика