Тыуған яҡ сағыу шәхесен юғалтты | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Тыуған яҡ сағыу шәхесен юғалтты

Башҡортостандың йыр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерә. Кисә, 26 ғинуар күптәрҙең яратып тыңлаған йырсыһы, балҡып янған йондоҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова баҡыйлыҡҡа күсте. Башҡортостандың Халыҡ инструменттары милли оркестры бөгөнгө репетицияларын “Атайыма” йырының көйө менән башланы. Ул Вәсилә Фәттәхованың оркестрға ҡушылып башҡарған һуңғы йыры. Күптән түгел генә Вәсилә Фәттәхованың  ижадын үҙ итеүселәр яратҡан йырсыларының  Башҡортотстандың атҡаҙанған артисы исемен алыуына һөйөнә ине. Бер ваҡытта ла бошонмаҫ, киләсәккә ҡыйыу пландар менән йәшәгән кумирынан яңы йырҙар һәм клиптар көттө. Ул башҡарған йырҙар һәр ғаиләнең тиерлек йортонда яңғыраны.  Йырсыға киң танылыу килтергән “Тыуған яҡ” йырын башҡорт телен  аңламағандар ҙа хатта отоп алып,  яратып йырланы. Етемлектә үткән бала саҡ, артынса үҫеп килгән һеңлеһе өсөн апай ҙа, әсәй ҙә булыу, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, үҙенең тормошон ҡороу… Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға килгәндә үк тормош сынығыуы алып, үҙ маҡсатына ҡыйыу атлаған ҡыҙ артабан Өфө сәнғәт университеты студенттары рәтенә баҫа. Тәүге уҡыу йылының ноябрендә үк Айҙар Ғәлимов менән гастролдәргә сыға. Уның менән бергә йырлаған  “Әйтелмәгән мөхәббәтем” йыры хитҡа әйләнә. Йырсының моңло тауышын, ҡабатланмаҫ тембрын тамашасылар яратып ҡабул итә. Ә ижадташ дуҫтары уны ярҙамсыллығы, эскерһеҙлеге өсөн ярата. Беҙҙең каналға үҙенең биргән һуңғы интервьюларының береһендә Вәсилә Фәттәхова киләсәккә яңы ижади пландар менән яныуын белдергәйне. Йырсы менән хушлашыу иртәгә, 28 ғинуар иртәнге сәғәт 10, Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Беҙҙең телерадиокомпания ла Вәсилә Фәттәхованың туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.



Последние новости

Яндекс.Метрика