Республикала 20 сирлелә Н1N1 штамы барлығы асыҡланған | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Республикала 20 сирлелә Н1N1 штамы барлығы асыҡланған

Бөгөн Башҡортостанда киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың һәм грипп буйынса хәлдең торошона  Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль хеҙмәте, һаулыҡ һаҡлау миннистрлығы белгестәре баһа бирҙе.   Уларҙың  әйтеүенсә, эпидемия төбәктә әле иғлан ителмәгән. Өфө, Күмертау, Учалы һәм Белорет ҡалаларында һәм райондарында 20 сирлелә Н1N1 штамы барлығы асыҡланған. Уларҙың 9-һе балалар. Бөтә дауаханалар һәм дарыуханалар кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Медицина маскалары һәм препараттар   даими килтерелә. Табиптар грипптан төп һаҡланыу сараһы тип — кешеләр күп тупланған урындарҙа  булыуҙан сикләнеүҙе һанай. Был бигерәк тә эпидемия осороноң байрамдар күп ваҡытҡа февраль-март айҙарына тура килеүен хәүефле тип һанай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика