Капиталь ремонт өсөн түләүҙәр ҡасан тәртипкә һалыныр? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Капиталь ремонт өсөн түләүҙәр ҡасан тәртипкә һалыныр?

2015 йылдың декабрендә 80 йәштән өлкәндәр 2016 йылдың ғинуар айынын  капиталь ремонт өсөн түләмәйәсәге тураһындағы хоҡуҡи документ донъя күрҙе. Әлегә был категория граждандарына тулы хаҡ менән квитанциялар килеүен дауам итә. Был яңылыҡты Людмила Николаевна йыл аҙағында уҡ ишеткән, әммә ғинуар айына килгән квитанцияны күреп аптырашта ҡала һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенә шылтырата.  Яңы раҫланған документҡаярашлы , капиталь ремонт өсөн түләүҙәр 70 йәшкә еткән һәм эшләмәгән яңғыҙ граждандарға 50 процент, 80 йәшкә етеүселәргә 100 процент күләмендә компенсация билдәләнгәйне. Ташламаға  I-cе һәм II-се төркөм инвалидтары, мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр ҙә хоҡуҡлы. Законға ҡул ҡуйылғандан һуң ул артабан  урындарҙа бойомға ашырыу өсөн төбәктәргә ебәрелгән. Һәр төбәк үҙ ҡаҙнаһының мөмкинлектәренә ҡарап мәсъәләне хәл итәсәк.   Республика парламентарийҙары хаҡлы ялдағыларға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе еңеләйтеүгә йүнәлтелгән закон проектын тиҙҙән ҡабул итәсәк. Әлегә инде был категорияға ҡараған граждандарға квитанциялар элеккесә иҫәпләүҙәр буйынса килеүен дауам итәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика