Башҡортостанда браконьерҙар һаны арта | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда браконьерҙар һаны арта

Былтыр һунар ҡағиҙәләрен боҙоу 2014 йылға ҡарағанда 111 осраҡҡа күберәк теркәлгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәк биләмәләрендә хауандар донъяһы обьекттары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 726 осрағы асыҡланған. Барлығы 3 меңдән ашыу рейд үткәрелгән, был эштәргә министрлыҡтың һунарсылыҡты күҙәтеү дәүләт инспекторҙары, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, һунар инспекторҙары һәм башҡа шәхестәр йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта төбәктә 58 меңгә яҡын һунарсы теркәлгән.



Последние новости

Яндекс.Метрика