Башҡортостандың тимер юлдарында ла ҡар таҙартыу эштәре бара | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостандың тимер юлдарында ла ҡар таҙартыу эштәре бара

Өфө янында ғына эшселәр 237 километрҙан ашыу төп тимер юлдарын хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, ҡабул итеү, оҙатыу, туҡталыш биләмәләре бар. Өфө эргәһендәге тимер юлдар төркөмөнөң 4 биләмәһе бар. Уларҙа 270 кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәргә көрәктәр менән дә ҡар таҙартырға тура килә. Ә ауыр участкаларҙа ҡарҙы махсус техника ярҙамында сығаралар.Уҙған йылдың декабрендә баш ҡалала 60 миллиметр ҡар яуған. Был норманан 19 миллиметрға күберәк. Ә ғинуарҙа иһә 30 миллиметр теркәлгән. Ошо арауыҡ эсендә 80 мең кубометрҙан ашыу ҡар ҡаланан ситкә оҙатылған.Тимер юлсылар Өфөнән Иглингә тиклем юлдарҙы ҡарай. Ошо арауыҡ эсендә 11 туҡталыш иҫәпләнә. Поездарға үтергә еңел һәм пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн көн һайын 76 кеше ҡар менән көрәшкә сыға. 



Последние новости

Яндекс.Метрика