Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында республикала 40 мең кеше тын юлдары һәм грипп вирустарын йоҡторған | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында республикала 40 мең кеше тын юлдары һәм грипп вирустарын йоҡторған

Илле дүрт кешелә — АШ бер Эн бер сире өлгөләре табылған. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте иһә, граждандарҙы табиптарға мөрәжәғәт итергә, үҙ белдеге менән дауаланмаҫҡа саҡыра. Сусҡа киҙеүе мәлендә, тәү сиратта, үпкәләр шешә. Халыҡ күп йөрөгән урындарға барыуҙан тыйылырға кәрәк. Баш ҡала дарыуханаларында медицина битлектәренә ҡытлыҡ. Бер кешегә  өс дананан ашыу битлектәр бирелмәй.  Башҡортостандың  егерме  биш  районы һәм ҡалаһы,  шул иҫәптән Өфөләге 305  мәктәп карантинға ябылған.  Баш ҡаланың мәғариф учреждениелары етенсе февралдә ҡайтанан асылырға тейеш. 



Последние новости

Яндекс.Метрика