Республикала балаларҙың бушлай белем алыу хоҡуғын тәьмин итеү өсөн шарттар ҡәнәғәтләнерлек | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Республикала балаларҙың бушлай белем алыу хоҡуғын тәьмин итеү өсөн шарттар ҡәнәғәтләнерлек

2016-сы йылда Башҡортсстандың муниципаль учреждениеларында мәктәпкәсә, башланғыс мәктәптә, төп, дөйөм урта һәм өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән финанс нормативтары бөгөн Республика хөкүмәте Президиумы ултырышында раҫланды.  Президиум ағзалары шулай уҡ Фәндәр Академияһының  2018-се йылға тиклем билдәләнгән фәнни-тикшеренеү йүнәлештәрен дә билдәләне. Башҡортостан Фәндәр Академияһы президенты  Әлфис Ғаязов белдереүенсә, бөгөн ғилми тикшеренеүҙәрҙең ғәмәли ҡулланышын бойомға ашырыу һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Төбәктә күп ҡатлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь төҙөкләндереү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә. Был тәү сиратта 70 һәм 80 йәштән уҙған фатир хужалары мәнфәғәттәренә ҡағыла. Мәғлүм булыуынса 2016-сы йылдың 1-се ғинуарынан өлкән йәштәгеләрҙең ҡайһы бер категориялары капиталь ремонт иғәнәләренән  азат ителергә йәиһә уларҙы түләүҙә ташламаларҙан файҙаланырға тейеш. 



Последние новости

Яндекс.Метрика