Башҡортостанда яңы перинаталь үҙәк асыла | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда яңы перинаталь үҙәк асыла

Заманса медицина учреждениеһы Өфө өсөн киҫкен булған мәсьәләне хәл итергә тейеш. Бында балалар табыу йорто һәм ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы дауалау бүлектәре буласаҡ. Төҙөлөш эштәрен ваҡытында тамамлау өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә 400 миллион һум аҡса бүленде. Республика перинаталь үҙәгенең яңы корпусы июнь-июль айҙарында тәүге пциенттарҙы ҡабул итәсәк. Эльмира Әлмөхәмәтова икенсе тапҡыр әсә бәхетен кисерергә йыйына. Әммә сираттағы тикшереү уның организмында баланың үҫешенә хәүефле етешһеҙлекте асыҡлай. Дауалау өсөн кәрәкле ҡоролмалар тик республика перинаталь үҙәгендә генә бар. Бер нисә процедура үткәс уның хәле яҡшыра, сабыйҙың һаулығына ҡурҡыныс янамай.Перинаталь үҙәк бөтә республиканан буласаҡ әсәләрҙе ҡабул итә. Бында баланы планлаштырыу, сабыйҙың әсә ҡарынында үҫешен күҙәтеү, енси ауырыуҙарҙы даулау өсөн заманса мөмкинлектәр бар. Тик йылдан йыл бала табырға теләүселәр араһында табип ярҙамына мохтаждар һаны арта. Быға экология ла, йәш әсәләрҙең сәләмәтлеге лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлкән йәшкә еткәс кенә ауырға ҡалыуы ла сәбәпсе ти белгестәр. Башҡортостанда яңы перинаталь үҙәк төҙөү мәсьәләһен төбәк башлығы 2013 йылда уҡ күтәреп сыҡты. Башланғысты Мәскәүҙә лә хупланылар, федераль бюджеттан бының өсөн 1 миллиард ярым тирәһе аҡса бүленде. Ике йыл элек төҙөлөшкә старт бирелде. Архитектур яҡтан ҡатмарлы объектта эштәр графикҡа ярашлы бара. Электр селтәре, һыуүткәргес, кәрәкле коммуникация әҙер. Әле эшселәр бинаның тышын һәм бүлмәләрҙе биҙәкләү менән мәшғүл. Яңы госпиталдең майҙаны 24 мең квадрат метр тәшкил итә. Бында бала табыу тураһында уйланған әсәләрҙе консультациялауҙан алып, яһалма ауырға ҡалдырыу, баланың ҡарында үҫешен күҙәтеү, бала табыу һәм ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләүгә тиклем тулы цикл ҡаралған. Перинаталь үҙәктә бер юлы 130 ҡатын-ҡыҙ даулау үтә ала. Белгестәрҙең күбеһе республика перинаталь үҙәгенән күсерелә. Бынан тыш 65 табип һәм 54 шәфҡәт туташына вакансиялар бар. Үҙәк сафҡа инеү менән республикала ЭКО процедураһын бушлай алыусылар һаны ла ике тапҡырға артасаҡ, быға тиклем йылына 400 квота бирелһә, быйылдан ул 800-гә етә. Ә яңы үҙәктең балалар табыу бүлегендә йыл һайын 10 меңләп сабый донъяға килер тип көтөлә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика