Башҡортостанда бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәр артта | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәр артта

Уҙған йылда үҫмерҙәр ҡатнашлығында 1 мең 200-гә яҡын тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. Уларҙы кәметеү өсөн Өфөлә Йәмәғәт именлеге үҙәктәре ойошторолдо. Учреждение бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләй. Малайҙың әсәһе менән атаһы өйҙә юҡ. Бәләкәй балаларҙы яңғыҙын ҡалдырырға ярамай икәне барыһына ла мәғлүм булһа ла, был ғаиләлә, күрәһең бөтөнләй башҡаса уйлайҙар.Бер нисә минуттан әсәй кеше ҡайтып инде. Инспекторҙар билдәләүенсә, ул йыш ҡына спиртлы эсемлектәр менән мауыға. Малайҙың олатаһы менән атаһы ла араҡы ҡолона әйләнгән.Инспекторҙарға көн һайын бихисап ғаиләләрҙе йөрөп сығырға тура килә. Улар араһында кем генә осрамай. Мәҫәлән, был ҡатын оҙаҡ йылдар наркотиктар ҡуллана. Ә үҙенең 10 йәшлек улы һәм 5 йәшлек ҡыҙы бар. Тик, балалар өйҙә булмай сыҡты, әсә уларҙың ҡайҙа икәнен дә белмәй.Ҡатын эшкә урынлаштым тип аҡлана. Алдаша, ти инспекторҙар. Әммә, рейдтар һәр ваҡыт тыныс ҡына үтмәй. Белгестәргә бер минутҡа ла уяулыҡты юғалтырға ярамай.Эскелекте ташлап, айыҡ йәшәгән ғаиләләр ҙә бар. Уларҙы дөрөҫ юлға тап инспекторҙар баҫтырған. Наталья Андреева һәм Валерий Бурков подвалда йәшәһә лә, өс балаһын аяҡҡа баҫтырырға тырыша. Инспекторҙар билдәләүенсә, ғаилә ағзалары эскән ваҡытта өйҙә балаларға ашарына ла булмаған. Ә хәҙер өҫтәлдә бөтә ризыҡ бар. Өлкән ҡыҙҙары ла шатлыҡ йәштәрен йәшермәй.Профилактика үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь районында ғына 56 ата-әсәй эсеүҙәрен ташлаған, бихисап үҫмер уҡырға йөрөй башлаған.Әммә, дөйөм Өфө буйынса күрһәткестәр яҡшыларҙан түгел. Һуңғы ваҡытта үҫмерҙәр араһында урлашыу һәм талау осраҡтары йышайған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәр һаны кәмемәй. Мәҫәлән, уҙған йылда Өфөлә генә 250 тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. Инспекторҙар билдәләүенсә,  уларҙың күбеһе урлашыуға ҡайтып ҡала. Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәренең маҡсаты – үҫмерҙәрҙе енәйәттәрҙән аралап ҡалыу.



Последние новости

Яндекс.Метрика