Краснокама районында Яңы Нуғай ауылында 120 метрлы телевышка урынлаштырылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Краснокама районында Яңы Нуғай ауылында 120 метрлы телевышка урынлаштырылды

Хәҙер Республикала тағы ла 185 мең кеше  цифра тапшырыуҙар ҡарай ала. Телеүҙәкте ҡуйыу урынын белгестәр ентекләп өйрәнгән. Рельеф та иҫәпкә алынған. Телевышка беренсе һәм икенсе мультиплекстағы 20 каналды трансляцияларға ярҙам итә. Бөгөн цифралы телевидениены республиканың ике миллион 250 мең кешеһе ҡарай ала. Бер ай элек Өфөлә абоненттар өсөн белешмә үҙәге асылды.Цифра мегаполиста йәшәүселәр өсөн генә түгел, ә төпкөл ауылдарҙағы халыҡ өсөндә уңайлы. Сигнал ҡабул итер өсөн стеналарҙы тишергә, йә иһә оҙон кабель һуҙып мәшәҡәтләнәһе түгел.Быйыл республикала тағы ла 500-ҙән ашыу телевышка барлыҡҡа килер тип көтөлә. Сиратта – Өфө. Шул уҡ ваҡытта әлегә аналог эфиры ла шул килеш ҡала. Әйтергә кәрәк, беренсе мультиплекста Республика сигналдарынтаратыуРәсәй-Башҡортостан каналы ашабашҡарыласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика