Өфөнөң Калинин районында идарасылар ширҡәте йорттар бүлешә алмай | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөнөң Калинин районында идарасылар ширҡәте йорттар бүлешә алмай

Торлаҡ биналарҙы хеҙмәтләндереү хоҡуғы өсөн улар бер-береһен судҡа ла биргән.  Фатир  хужалары күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн аҡсаны кемгә түләргә белмәй. Фатир хужаларының сиратағы йыйылышы – сираттағы ыҙғыш менән тамамланды. Кешеләр әйтеүенсә, коммуналь тармаҡ вәкилдәре менән һөйләшеү һәр саҡ янауҙарға ҡайтып ҡала.  Сөнки, ширҡәт етәкселеге үҙ клинеттарына тәҡдим иткән хеҙмәттәрҙән ҡотолоу  мөмкин түгел. Был йорттарҙа йәшәүселәрҙең икенсе компанияны һайлау теләге ҡыҙған табаға май өҫтәгәндәй генә була. Торлаҡ йорттарҙы хеҙмәтләндереү бурысы “Уютсервис” йәмғиәтенә йөкмәтелгәс, күптәр был ҡарарға ҡаршы сыға. Улар фекеренсә, кемдер ошондай юл менән аҡса эшләргә генә тырыша. Коммуналь хужалыҡ вәкилдәре иһә закон боҙмауҙарын иҫбатларға тырыша.  Ойошманы икенсе ширҡәт менән алыштырыу тәҡдиме айырым төркөм теләге, ти комапния етәкселеге.Тик күптәр етәксе һүҙҙәрен төптән ялған тип иҫәпләй. Светлана  Сметанина, мәҫәлән, “Уютсервис” менән байтаҡтан таныш.  Ширҡәттең исеме есеменә бөтөнләй тап килмәй. Калинин районындағы айырым торлаҡ фонды менән идара итеү теләген белдергән компания халыҡ фекеренә бөтөнләй ҡолаҡ һалырҙа теләмәй. Улар үҙ эшен суд аша раҫлап, хеҙмәтләндереү өсөн аҡса түләтергә тырыша. Фатир хужалары иһә яңынан йыйылыш уҙғарып,  ойошма хеҙмәттәренән баш тартырға ниәтләй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика