Башҡортостанда глаукома сирен дауалауҙың өр-яңы алымдары үҙләштерелә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда глаукома сирен дауалауҙың өр-яңы алымдары үҙләштерелә

Операция өсөн тәғәйен махсус ҡорамал клиник тәжрибәләрҙе уңышлы үткән. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының фәнни-етештереү бүлеге бер юлы өс бурысты үтәй – бында дауа һәм операция йыһаздары уйлап сығарыла, етештерелә һәм артабан уларҙы ҡулланыусыға еткереү мәсьәләһе хәл ителә. Әле институтта 5 төр йыһаздар даими етештерелә. Тағы ла унауһы техник һәм клиник һынауҙар кимәлендә.Өфө инженерҙары уйлап сығарған ҡорамалдар араһында ошо махсус күҙлек тә бар. Насар күреүселәрҙе ул ҡаршылыҡтар тураһында алдан тауыш сығарып иҫкәртә.Ультратауышлы күҙлектәр бөгөн төрлө төбәктәрҙә үҙ ҡулланыусыһын тапһа, глаукоманы хирургик дауалау өлкәһендә революция яһарҙай ҡорамалды бүлек инженерҙары яңыраҡ уйлап сығарған. Әлегә ул күпләп етештерелмәй, әммә клиника шарттарындағы тәжрибәләрҙе уңышлы үткән.Канал пластикаһы ҡулланышындағы приборҙың төп тәғәйенләнеше — күҙ тамырҙарын ҡыҙыл яҡтылыҡ сигналы ярҙамында тикшереү. Тап шул тамырҙарҙа тотҡарланған шыйыҡса күҙ баҫымын күтәреп глаукома сиренә килтерә. Табиптар ошо ябай прибор ярҙамында тамырҙағы тығынды асыҡлап, күҙҙең тәбиғи үткәреүсәнлек һәләтен тергеҙә. Өфө инженерҙары уйлап сығарған прибор сит ил өлгөләренән тағы ла бер сифаты менән айырыла. Уның ваҡыты сикләнмәгән. Йәғни, сит ил приборы махсус таймер ҡуйылыу сәбәпле бер генә операцияға иҫәпләнһә, Өфөлә эшләнгән ҡорамал алмаш диод менән йыһазландырылған. Ғалимдар уйлап сығарған прибор оҙаҡламай кесе күләмдә етештерелә башлай, ә законлы теркәү үткәс медицина йыһаздары баҙарына сығырға тейеш. 



Последние новости

Яндекс.Метрика