Башҡортостанда яңы перинаталь үҙәк асыла | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда яңы перинаталь үҙәк асыла

Заманса медицина учреждениеһы Өфө өсөн киҫкен булған мәсьәләне хәл итергә тейеш. Бында балалар табыу йорто һәм ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы дауалау бүлектәре буласаҡ. Төҙөлөш эштәрен ваҡытында тамамлау өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә 400 миллион һум аҡса бүленде. Республика перинаталь үҙәгенең яңы корпусы июнь-июль айҙарында тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәк. Үҙәк сафҡа инеү менән республикала ЭКО процедураһын бушлай алыусылар һаны ла ике тапҡырға артасаҡ, быға тиклем йылына 400 квота бирелһә, быйылдан ул 800-гә етә. Ә яңы үҙәктең балалар табыу бүлегендә йыл һайын 10 меңләп сабый донъяға килер тип көтөлә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика