Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Лондон хәрби күнекмәләр үткәреү өсөн Иорданияға ике меңгә яҡын һалдатын һәм 300 берәмек хәрби техника оҙатыуы ихтимал. Ҙе телеграф газетаһы хәбәр итеүенсә, күнекмәләр маҡсаты Рәсәй һәм НАТО-ның ҡаршы тороуына әҙерләнеү булыуы ихтимал.

Америкала Висконсин штатында унлаған кеше машинаһыҙ тороп ҡалған. Ял итергә килеүселәр тимер аттарын туңған боҙ өҫтөндә ҡалдырып китә. Әммә боҙ ауырлыҡты күтәрә алмай һәм  автомобилдәр  һыу аҫтына китә.

Францияның төнъяҡ-көнбайышында  ҙур тулҡындар һәм тиҙлеге сәғәтенә 140 километрға еткән ел сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Хакимиәттәр халыҡҡа урамға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Шаһиттар әйтеүенсә, тулҡындар ике ҡатлы йорт бейеклегенә етә.

Лондонда Ламбет күперендә автобусты шартлатҡандар. Террорсылар түгел, кино төшөрөүселәр. Был хәлгә халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергән. Террор хәүефе булғанда, был турала алдан иҫкәртеү кәрәк ине тип иҫәпләй күптәр.



Последние новости

Яндекс.Метрика