Социаль яҡлауға хәҙер тик мохтаждар дәғүә итә ала | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Социаль яҡлауға хәҙер тик мохтаждар дәғүә итә ала

Килем күләме илдә билдәләнгән йәшәү кимәленән артҡан хәлдә кеше мохтаж тип танылмай һәм матди хәлен үҙе хәстәрләргә тейеш. Ошо хаҡта бөгөн республика хөкүмәте президиумында һүҙ барҙы. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү сәбәпле 2016-сы йылдың 1-се ғинуарынан ауыл ерендә йәшәп, 4 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә компенсация алыр өсөн килем күләменең йәшәү кимәленән кәм булыуын иҫбатларға тейеш. Шул саҡта ғына уларҙың ташламаларҙан файҙаланыу хоҡуғы һаҡлана. Әлегә тиклем был ҡағиҙә өс балалы ғаиләләргә генә ҡағыла ине. 



Последние новости

Яндекс.Метрика